Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.97 ↓

EUR 71.63 ↑

20 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында йорттарҙы сафҡа индереү буйынса икенсе урында тора

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

2019 йылдың ғинуар-апрель айҙары йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында йорттарҙы сафҡа индереү буйынса икенсе урында тора. Беренсе урында – Татарстан, өсөнсөлә – Түбәнге Новгород өлкәһе. Йән башына торлаҡты сафҡа индереү буйынса Башҡортостан өсөнсө урынды биләй, тип хәбәр итә Башҡортостанстат.

Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, 2019 йылдың ғинуар-апрелендә Башҡортостан биләмәһендә финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә дөйөм майҙаны 660,5 мең квадрат метрлыҡ 8 318 фатир файҙаланыуға тапшырылған. Был — 2018 йылдың ғинуар-апреленә 134,1%. 1000 кешегә иҫәпләгәндә, 163 квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән.

Торлаҡ төҙөлөшө структураһына килгәндә, халыҡтың үҙ иҫәбенә һәм кредит ярҙамында төҙөгән торлаҡ өлөшө 64,6%  тәшкил иткән (уҙған йылдың ғинуар-апрелендә – 80,4%). Улар дөйөм майҙаны 426,4 мең квадрат метр 3755 шәхси йорт һалған (2018 йылдың ошо уҡ осорона ҡарата 107,6%). Төҙөүселәр — республиканың юридик кешеләре — атап үтелгән осорҙа 234,1 мең квадрат метр торлаҡты сафҡа индергән. Әлеге күрһәткес буйынса 2018 йылдың ошо уҡ осорондағы кимәл 2,4 тапҡырға артҡан.

http://www.bashinform.ru/news/1310757-bashkiriya-nakhoditsya-na-2-meste-po-vvodu-v-deystvie-zhilykh-domov-sredi-regionov-pfo/      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть