Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.97 ↓

EUR 71.63 ↑

20 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә «Газ. Нефть. Технологиялар» 27-се халыҡ-ара күргәҙмәһе асылды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфөлә «Газ. Нефть. Технологиялар» 27-се  халыҡ-ара күргәҙмәһе майҙансығына Рәсәйҙең 37 төбәгенән һәм 10 илдән, улар иҫәбендә АҠШ, Германия, Италия, Швейцария, Ҡытай, Һиндостан, Польша, Ҡаҙағстан һәм башҡалар бар, 350 компания йыйылды. Шулай уҡ сара дәүләттән, фәндән, сәнәғәттән һәм бизнестан тармаҡтың алдынғы эксперттарын берләштерҙе. Сараны асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

«Өфө сираттағы тапҡыр Рәсәйҙең иң йоғонтоло, көслө тармағы вәкилдәрен үҙенә йыйҙы, — тип билдәләне төбәк етәксеһе. – Шуныһы ҡыҙыҡлы: форумды 27-се тапҡыр уҙғарабыҙ, ошо ваҡыт эсендә тотош быуын үҫеп етеп,  нефть һәм газ химияһы тармағында эшләп йөрөй».

Быйыл күргәҙмәнең төп темаһы – тармаҡты һанлыға үҙгәртеү. Был – Рәсәй һәм донъя иҡтисады үҫешенең яңы йүнәлеше. Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Финляндияның Рәсәйҙәге илсеһе Микко Хаутала менән 14 мең квадрат метр майҙанда урынлашҡан күргәҙмә стендтарын ҡарап сыҡты. Бында ҙур нефть химияһы предприятиелары, нефть машиналары эшләү лидерҙары, шул иҫәптән «Башнефть», «ЛУКОЙЛ», «Транснефть», «Газпром трансгаз» һәм башҡа компаниялар менән танышырға мөмкин.

Дүрт көн буйына 30-ға яҡын эшлекле сара, секциялар, түңәрәк өҫтәлдәр һәм фекер алышыуҙар була. Шулай уҡ Башҡортостандың баш ҡалаһына Финляндия, Ҡытай, Белоруссия, Пермь крайы һәм илдең башҡа төбәктәренән делегациялар килде.

http://www.bashinform.ru/news/1310459-v-ufe-otkrylas-27-ya-mezhdunarodnaya-vystavka-gaz-neft-tekhnologii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть