Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.76 ↓

EUR 71.16 ↓

22 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 35 мең һумға еткән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Республика Хеҙмәт министрлығының Росстат мәғлүмәттәренә һылтанып хәбәр итеүенсә, Башҡортостанда уртаса хеҙмәт хаҡы быйыл март айында 34 996 һум тәшкил иткән.

Эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы 9 355 һумға тиң.

2019 йылдың I кварталында эшсе көсөн һайланма тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда иҡтисади әүҙем халыҡ һаны 1,894 миллион кешенән ашҡан.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһына ярашлы, төбәктә эшһеҙҙәр һаны — 86,3 мең кеше.

Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы методологияһы буйынса эшһеҙлек кимәле 4,6 процентҡа тиң.  

http://www.bashinform.ru/news/1310323-srednyaya-zarplata-v-bashkirii-dostigla-35-tysyach-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть