Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.34 ↑

EUR 71.05 ↓

17 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Төбәктә 2019 йылға һабантуйҙар графигы раҫланды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 2019 йылда республика ҡалаларында һәм райондарында «Һабантуй» халыҡ байрамын уҙғарыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылды.

Документҡа ярашлы, тәүге һабан байрамы 25 майҙа Стәрлетамаҡ районында ойошторола.

Артабан һабантуйҙар:

1 июндә Архангел, Баҡалы, Бөрө, Благовещен, Бөрйән, Ғафури, Ейәнсура, Йылайыр, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Миәкә, Өфө һәм Хәйбулла райондарында;

8 июндә — Әлшәй, Асҡын, Ауырғазы, Баймаҡ, Балтас, Балаҡатай, Белорет, Бишбүләк, Бүздәк, Борай, Дәүләкән, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Иглин, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Нуриман, Салауат, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Тәтешле, Туймазы, Учалы, Федоровка, Саҡмағош, Шишмә, Шаран, Яңауыл райондарында, Күмертау ҡалаһында;

9 июндә — Благовар районында;

12 июндә — Өфө ҡалаһында;

15 июндә — Бәләбәй, Дыуан, Краснокама, Кушнаренко, Мәсетле, Мишкә райондарында;

22 июндә — Әбйәлил районында;

29 июндә Ишембай районында була.  

http://www.bashinform.ru/news/1310447-v-bashkirii-utverzhden-grafik-sabantuev-na-2019-god-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть