Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.47

EUR 71.53

16 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда теркәлгән эшһеҙҙәр һаны дүрттән бер өлөшкә артҡан

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Росстат мәғлүмәтенә ярашлы, ағымдағы йылдың беренсе кварталында Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны 86,3 мең кеше тәшкил иткән. Был былтырғыға ҡарағанда 18,1% кәмерәк, тип белдерҙеләр республика Хеҙмәт министрлығында.

Башҡортостанда мәшғүл халыҡ һаны 1,808 кешенән артҡан, был халыҡ мәшғүллеге кимәленә 55,1% тап килә.

Төбәктә дөйөм эшһеҙлек кимәле, Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы методологияһы иҫәпләүҙәре буйынса, иҡтисади әүҙем халыҡ һанынан 4,6% тәшкил иткән.

Сағыштырыу өсөн: илдә эшһеҙлек кимәле — 4,8%, Волга буйы федераль округында 4,4% тиң.

Уҙған йылда республикала — 5,4%, Рәсәйҙә — 5,1%, Волга буйы федераль округында  — 4,7%.

Хеҙмәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2019 йылдың башынан Башҡортостанда 19,9 мең кеше эшһеҙ статусын алған. Был 2018 йылдың ғинуар-апреленә ҡарағанда 25,8% күберәк.

1 майға мәшғүллек үҙәктәрендә теркәлгән эшһеҙҙәр һаны 23,2 мең кешенән ашҡан. Йыл башы менән сағыштырғанда, был 18,7% күберәк, тип йомғаҡ яһанылар ведомствола.

http://www.bashinform.ru/news/1310309-chislennost-bezrabotnykh-v-bashkirii-snizilas-do-86-tysyach-chelovek/                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть