Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.97 ↓

EUR 71.63 ↑

20 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Республикала юғары уҡыу йорттарына инеү өсөн берҙәм дәүләт имтиханының минималь балы былтырғы кимәлдә ҡалған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда ун беренсе кластар өсөн берҙәм дәүләт имтиханының төп осоро – 27 майҙан 1 июлгә, туғыҙынсы кластар өсөн төп дәүләт имтиханының иһә 24 майҙан 2 июлгә тиклем дауам итә.

Берҙәм дәүләт имтиханында – 19787 (2018 йылда – 19430), төп дәүләт имтиханында 43139 кеше ҡатнаша (2018 йылда – 42474), тип хәбәр иттеләр республика Мәғариф министрлығынан.

Быйыл берҙәм дәүләт имтиханының объективлығын тәьмин итеү өсөн 100 төбәк йәмәғәт күҙәтеүсеһен (2018 йылда – 43) һәм 1700 муниципаль йәмәғәт күҙәтеүсеһен (2018 йылда – 1500) йәлеп итеү күҙаллана. Күҙәтеүҙе ойоштороу өсөн 150 эш урынына 300-ҙән ашыу онлайн күҙәтеүсе йәлеп итеп, Башҡортостандың Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтеү идаралығының хәл-ваҡиға үҙәктәре һанын дүрттән алтыға тиклем арттырыу ҡаралған.

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Башҡорт дәүләт университеты менән берлектә юғары уҡыу йорттары студенттарын төбәк йәмәғәт күҙәтеүселәре сифатында эшләргә йәлеп итеү буйынса эш алып барыла. Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреүҙә 28 меңдән ашыу кеше, шул иҫәптән 8,5 меңдән күберәк ойоштороусы ҡатнаша.

Быйылдан башлап дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына йәлеп ителгән уҡытыусыларға эш өсөн компенсация биреү тураһында ҡарар ҡабул ителгән.

20 марттан 10 апрелгә тиклем берҙәм дәүләт имтиханының ваҡытынан алдағы этабы уҙҙы. Унда кисерерлек сәбәптәр буйынса берҙәм дәүләт имтиханының төп осорона килә алмаған быйылғы һәм элекке йылдарҙа мәктәп тамамлаусылар ҡатнашты. Дүрт имтихан тапшырыу пункты эшләне. Берҙәм дәүләт имтиханының ваҡытынан алдағы осоронда ҡатнашыусылар араһында иң популяр фәндәр – профилле математика (ҡатнашыусыларҙың 34,7%), рус теле (32,2%) һәм йәмғиәтте өйрәнеү (18,6%). Ғәҙәттәгесә, биология, физика, химия һәм тарихҡа ҡыҙыҡһыныу юғары.

22 апрелдән 14 майға ҡәҙәр республикала төп дәүләт имтиханының ваҡытынан алдағы этабы уҙғарылды, унда өс имтихан тапшырыу пунктында ете кеше ҡатнашты.

http://www.bashinform.ru/news/1310293-v-bashkirii-smotret-za-khodom-ege-osnovnogo-perioda-privlekut-1800-nablyudateley-/              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть