Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.26 ↓

EUR 73.49 ↑

22 август, Кесе йома

Уфа   °

Ҡариҙел йылғаһы аша күпер төҙөлөшөн көҙ көнө тамамлау күҙаллана

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Ҡариҙел районында йылға аша күпер төҙөлөшөн ағымдағы йылдың октябрендә тамамлау күҙаллана, тип хәбәр итте Хөкүмәттәге кәңәшмәлә Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов. Быйыл Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы трассаһының 10 саҡрымы ла файҙаланыуға тапшырыла, күпер ошо юлдың бер өлөшө булып тора.

«Апрелдә Мәскәү Күперҙәр һәм гидротехник ҡоролмалар  ғилми-тикшеренеү институты белгестәре Ҡариҙел күперендә һынау үткәрҙе һәм ыңғай һығымта сығарҙы,  — тине Тимур Мөхәмәтйәнов. — Уны төҙөү урындағы халыҡ өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Ул йыл әйләнәһенә район үҙәге менән транспорт бәйләнешен тәьмин итергә тейеш».

Юлдың ҡалған 61 саҡрымын 2022 йылда һалып бөтөү күҙаллана. Был проекттарҙы тормошҡа ашырыу транспорт бәйләнешен бөтөнләй үҙгәртә. Трасса төньяҡ-көнсығышты Башҡортостандың үҙәге менән тоташтыра. М-7 һәм М-5 трассалары бер аҙ бушай. Республиканың төньяғында йәшәүселәргә Силәбе һәм Свердловск өлкәләре яғына сығыу күпкә ябайлаша. Киләсәктә был юл Екатеринбург – Ҡазан юлының бер өлөшө булырға тейеш.

Әле проекттың хаҡы 4,1 миллиард һумға баһалана.

http://www.bashinform.ru/news/1310279-most-cherez-reku-ufu-v-karaideli-dostroyat-osenyu-gostrans-bashkirii/      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть