Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 62.80 ↑

EUR 71.38 ↓

27 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының «Объективта – сәсеү» конкурсының төп бүләге – ноутбук

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Башҡортостанда яҙғы сәсеү тамамланыуға яҡынлаша. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, һуң өлгөргән ҡарабойҙайҙы иҫәпләмәгәндә, ҡайһы бер райондар сәсеү кампанияһын тамамлаған да  инде. Төбәк буйынса уртаса алғанда, көндәр һәйбәт торһа, күп тигәндә бер аҙналыҡ эш ҡалған. Әлегә ямғырҙар игенселәргә тулы көскә эшләргә ирек бирмәй. Уҙған тәүлектә яҙғы сәсеүгә өҫтәмә 31,4 мең гектар тәшкил иткән. Был аяҙ көндәргә ҡарағанда өс тапҡырға аҙыраҡ.

«Беҙ журналистарҙан, блогерҙарҙан, фотохәбәрселәрҙән, шулай уҡ ижад менән мауыҡҡан башҡа һөнәр эйәләренән  «Объективта – сәсеү» конкурсына ғаризалар ҡабул итәбеҙ. Уларҙың сәсеү кампанияһы тураһында ҡыҙыҡлы материалдары йыйылғандыр тип уйлайбыҙ. Һәр номинациялар еңеүселәр I, II, III дәрәжә дипломдар һәм ҡиммәтле приздар менән бүләкләнә. Төп бүләк – ноутбук», — тип һөйләнеләр «Башинформ» агентлығына республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурс түбәндәге номинациялар буйынса уҙғарыла:  «2019 йылғы сәсеү эштәре тураһында иң яҡшы фото», «Социаль селтәрҙәрҙә, сайттарҙа 2019 йылғы сәсеү эштәре хаҡында иң яҡшы пост йәки мәғлүмәти материал», «Социаль селтәрҙәрҙә, сайттарҙа республикалағы ауыл хужалығы кооперацияһы тураһында иң яҡшы пост йәки мәғлүмәти материал».

Ҡатнашыусылар материалдарын 15 июнгә тиклем ебәрергә тейеш. Еңеүселәрҙе һәм призерҙарҙы «Баҫыу көнө»ндә бүләкләү күҙаллана. Конкурсты ойоштороусы — Башҡортостандың Ауыл хужалығы консультациялау үҙәге.

Эштәр karimova.lm@bashkortostan.ru электрон адресына ҡабул ителә. Ғариза менән бергә фотоһүрәттәр (электрон төрҙә), постарға һәм мәғлүмәти материалдарға һылтанмалар бирергә кәрәк. Ғаризаның формаһы һәм конкурстың положениеһы — Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы сайтында.

http://www.bashinform.ru/news/1310123-glavnym-prizom-v-konkurse-minselkhoza-bashkirii-sev-v-obektive-2019-stanet-noutbuk/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть