Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.34 ↑

EUR 71.05 ↓

17 октябрь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә «Һуңғы ҡыңғырау» уҙғарылған көндәрҙә алкоголь һатыу тыйыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфөлә «Һуңғы ҡыңғырау» уҙғарылған көндәрҙә алкоголь һатыу сикләнә. Был турала баш ҡала хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә Мәғариф идаралығы етәксеһе Елена Хаффазова хәбәр итте.

Тыйыу Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү, уларҙың әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү һәм алкоголле продукцияны ҡулланыуҙы сикләү тураһында» законына ярашлы индерелә. 25 майҙа 11 класты тамамлаусылар «Яҙғы бал»да ҡатнаша.

Дөйөм ҡала байрамында ҡатнашыусыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн 24 майҙа киске сәғәт 10-дан һәм 25 майҙа киске сәғәт 9-ға тиклем Октябрь революцияһы урамында – Ленин урамынан алып Цюрупа урамына тиклемге участкала, Ленин урамында – Коммунистик урамдан Пушкин, Театр урамында – Зәки Вәлиди урамынан Пушкин, Пушкин урамында – Цюрупа урамынан Карл Маркс урамына тиклемге участкала һәм Совет урамында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнә. Шулай уҡ йәмәғәт транспорты хәрәкәте схемалары үҙгәрә.  

http://www.bashinform.ru/news/1310246-v-ufe-v-dni-provedeniya-poslednego-zvonka-v-shkolakh-ogranichat-roznichnuyu-prodazhu-alkogolya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть