Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.97 ↓

EUR 71.63 ↑

20 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостан журналисы Юлиә Дәүләтбаева Татарстандың «Бәллүр ҡәләм» премияһын алды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Октябрьский ҡалаһы журналисы Юлиә Дәүләтбаева «Бәллүр ҡәләм» конкурсында еңеү яуланы.

Юлиә Дәүләтбаева — «Тыуған яҡ» гәзитенең баш мөхәррире. Журналистика өлкәһендә 28 йыл эшләй, шуның 10 йылы — «Тыуған як» гәзите мөхәррире. Рус, башҡорт һәм татар телдәрендә яҙа. Конкурстың «Туған тел» номинацияһына үҙенең биш эшен тәҡдим иткән.

Журналистика һәм масс-медиа өлкәһендә XXII республика конкурсына йомғаҡ Ҡазанда яһалды. «Бәллүр ҡәләм» еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы 17 майҙа уҙҙы. Яҡташыбыҙҙы яҙыусы, сәйәсмән, йәмәғәт эшмәкәре Рәзил Вәлиев тәбрикләне.

2019 йылда «Бәллүр ҡәләм» конкурсына 1,5 меңдән ашыу эш килде. Жюри «Эшкә тоғролоҡ өсөн», «Иң яҡшы йыл редакцияһы», «Иң яҡшы йыл журналисы», «Объектив аша ҡараш», «Туған тел» номинацияларында, шулай уҡ «Футбол буйынса донъя чемпионаты FIFA 2018», «Рәсәйҙә Ирекмән йылы», «Татарстан Республикаһында Лев Толстой йылы» һәм «Шиһабетдин Мәржаниҙың тыуыуына 200 йыл» тигән махсус проекттарҙа баһаланы.

Гран-приға «Татарстан» ДТРК-ның милли тапшырыуҙар хеҙмәте етәксеһе Минәзим Сепперов лайыҡ булды. «Иң яҡшы йыл журналисы» номинацияһында «Татар-информ» журналисы Рүзилә Мөхәмәтова еңде.    

http://www.bashinform.ru/news/1309993-zhurnalist-iz-bashkortostana-yuliya-davletbaeva-poluchila-premiyu-tatarstana-khrustalnoe-pero/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть