Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.26 ↓

EUR 73.49 ↑

22 август, Кесе йома

Уфа   °

Өфөнөң Дәүләт автоинспекцияһы күләмле иҫкәртеү сараһы тураһында иғлан итте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Йәйге мәктәп каникулдары алдынан, 20 майҙан 7 июнгә тиклем, Өфөлә Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре «Иғтибар — балалар!» иҫкәртеү сараларын уҙғара. Тәртип һаҡсылары сираттағы тапҡыр өлкәндәргә һәм балаларға юл хәрәкәте ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртә.

«Улар мәғариф учреждениеларында әңгәмәләр, дәрестәр, ҡыҙыҡлы викториналар, уйындар һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса махсус майҙансыҡтарҙа практик дәрестәр үткәрә. Йыйылыштарҙа ата-әсәләр һәм кәңәшмәләрҙә уҡытыусылар менән аралашҡанда улар бәлиғ булмағандар ҡатнашлығындағы юл фажиғәләре тураһында мәғлүмәт бирә, махсус видеофильмдар күрһәтә, балалар креслоһын ҡулланырға кәрәклеге тураһында һөйләй», — тип белдерҙеләр Өфө ЮХХДИ-ның матбуғат хеҙмәтендә.

Ошо осорҙа ҡала юлдарында юл хәрәкәте, шул иҫәптән автомобиль салонында балаларҙы йөрөтөү ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙған водителдәргә ҡарата юл-патруль хеҙмәте инспекторҙарының эше көсәйтелә. Бынан тыш, хеҙмәткәрҙәр йәйәүлеләр үткәүелендә йәйәүлеләргә өҫтөнлөк бирмәгән водителдәрҙе асыҡлай.

http://www.bashinform.ru/news/1309970-gosavtoinspektsiya-ufy-obyavila-o-masshtabnom-profilakticheskom-meropriyatii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть