Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.97 ↓

EUR 71.63 ↑

20 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда бөтә ғаиләләр ҙә даими нигеҙҙә балалар баҡсалары өсөн түләүгә компенсация алырға тейеш

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Башҡортостанда бөтә ғаиләләрҙең (күпме килем алыуы мөһим түгел) балалар баҡсалары өсөн түләүгә компенсация алыуға хоҡуғын нығытырға тәҡдим ителә. Республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары 30 майҙағы пленар ултырышта «Мәғариф тураһында»ғы законға даими нигеҙҙә мохтажлыҡ критерийы тураһында норманы бөтөргән үҙгәрештәр ҡабул итергә ниәтләй. Бынан алда республика парламенты ике тапҡыр мохтажлыҡ критерийы хаҡында норманы бөтөргән закондар ҡабул итте. Хәҙер республикала бөтә ғаиләләр ҙә, килеменә ҡарамайынса, тулы күләмдә компенсация ала. Ләкин был бер йылға билдәләнгән ваҡытлыса норма ине.

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, әлеге законды ҡабул итеү балаларҙы мәктәпкәсә белем биреүгә йәлеп итергә, демографик хәлде яҡшыртырға мөмкинлек бирергә тейеш.

«Ошондай ярҙам күп кенә ғаиләләр өсөн бик мөһим, айырыуса ауыл ерендә. Әле ата-әсәләргә киләһе йылда уны алырҙармы-юҡмы тип баш ватырға тура килә. Беҙ кешеләрҙең уға иҫәп тотоуҙарын теләйбеҙ», — тине Константин Толкачев.

Компенсацияларҙың күләме баҡсаға йөрөгән балалар һанына бәйле. Беренсе балаға компенсация – уртаса түләүҙән 20 проценттан кәм булмаған күләмдә, икенсеһенә – 50 проценттан кәм түгел, өсөнсөһөнә һәм артабанғыларына – 70 проценттан кәм түгел.

Ҡабул ителгән осраҡта, яңы закон 2020 йылдың ғинуарынан үҙ көсөнә инә.

http://www.bashinform.ru/news/1309995-v-bashkirii-kompensatsii-platy-za-detskie-sady-na-postoyannoy-osnove-budut-poluchat-vse-semi/                            

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть