Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.97 ↓

EUR 71.63 ↑

20 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Хәбиров «Роспотребнадзор» инспекторының үлеме тураһында: Был хәлде тикшереүегеҙҙе һорайым

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

20 майҙа Башҡортостан Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан идаралығы менән бәйле хәлгә үҙ фекерен белдерҙе.

«Инвестиция сәғәте»ндә инвестиция проекты менән таныштырыу барышында эшҡыуар мөрәжәғәт итте. Уның фекеренсә, уның хоҡуҡтары боҙола һәм, асылда, уның бизнесы ябыла. «Роспотребнадзор» уның ҙур булмаған кафеһын япҡан. Мине был хәл бик ҡыҙыҡһындырҙы: шәмбе көндө хеҙмәт етәксеһен, уның урынбаҫарҙарын, ошо тикшереүҙе үткәргән инспекторҙы һәм эшҡыуарҙы үҙемә саҡырҙым. Беҙ төрлө яҡлап ошо хәлде асыҡларға тырыштыҡ», — тине Радий Хәбиров.  

Ишеткәндәренән Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы, был осраҡта кәрәгенән артыҡ саралар күрелгән, тигән һығымта яһаған.

«Мин судья ла, прокурор ҙа түгел, был материалдарҙы прокуратураға тикшереүгә ебәреүҙәрен һораным. Бынан тыш, ошо хеҙмәт етәксеһе мине хата фекергә төшөргән. Мин быны алдашыу тип атайым. Мин һеҙҙең менән эшләмәйем, тинем уға. Коллегалар, кемдәр мине алдай, шулар менән эшләмәйем тип әйткәйнем инде», — тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Башҡортостан етәксеһе ошо көндәрҙә «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәре менән булған фажиғәгә ҡарата ла үҙенең фекерен белдерҙе.

«Һуңынан фажиғә булған – башҡаса атай алмайым, сөнки унда нимә булғанын белмәйем. Тәфтиш органдарының был хәлде төрлө яҡлап тикшереүҙәрен һорайым. Тикшереү үткәргән инспектор һәләк булған. Был — ҙур фажиғә, кешене кире ҡайтарып булмай. Унда нимә булғаны аңлашылмай, асыуымды ҡабарта, мин ошо хеҙмәтте күҙ уңында тотам. Ошо кешенең туғандарының һәм яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашам, — тине Радий Хәбиров. — Йәнә бөтәһенә лә шуны әйтергә теләйем: беҙ һеҙҙең менән бизнесҡа юл асыу, граждандарҙың нормаль эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә хоҡуҡтарын ҡаршылыҡһыҙ тормошҡа ашырыу йәһәтенән хәл иткән бурыс – дәүләт бурысы ул. Барыбыҙ ҙа ошо мәсьәлә менән әүҙем шөғөлләнәсәкбеҙ. Кемдәр был бурысты аңламай һәм уны ғәмәлгә ашырыуға ҡамасаулай, юлдарыбыҙ айырыла».

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан идаралығы хеҙмәткәре Ольга Сидорчева 18 майҙан 19-ына ҡарай төндә үҙ-үҙенә ҡул һалған. Уны ҡылыу ысулы, Рәсәй ҡануниәтенә ярашлы, киң мәғлүмәт сараларында яҙылмай.

http://www.bashinform.ru/news/1309820-khabirov-o-gibeli-inspektora-rospotrebnadzora-eto-temnaya-istoriya-proshu-ee-rassledovat/                          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть