Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.26 ↓

EUR 73.49 ↑

22 август, Кесе йома

Уфа   °

Киң мәғлүмәт саралары Һаҡлыҡ банкы терминалдары аша аҡса урлауҙың яңы схемаһы тураһында хәбәр итте

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Рәсәйҙә Һаҡлыҡ банкының түләү терминалдарын файҙаланып, граждандарҙың аҡсаһын урлау осраҡтары йышайҙы. Эксперттар  мутлашыусылар ҡулланған ысулды ҡоролмаларҙың камил булмауы менән аңлата, тип хәбәр итә «РБК» «Коммерсантъ» гәзитенә һылтанма менән.

Яңы мутлашыу схемаһының асылы шуға ҡайтып ҡала: енәйәтсе терминал янына килә, уға банк картаһын ҡуймай, ниндәй ҙә булһа операцияны һайлай һәм уны тамамламай. Һөҙөмтәлә сиратта торған икенсе кеше экранда картаны ҡуйырға һәм пин-кодты индерергә тигән яҙыуҙы күрә. Ошоларҙың барыһын да эшләгәс, бынан алдағы операция автоматик рәүештә тамамлана һәм кеше үҙенең аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаға.

Билдәләнеүенсә, трюк ҡорбан минут ярым эсендә пин-кодын индереп өлгөргән осраҡта ғына эшләй. Оҙағыраҡ ваҡыт үтһә, терминал операцияны туҡтата.

Һаҡлыҡ банкында банкомат экранындағы мәғлүмәт менән ентекле танышырға, шулай уҡ эргә-тирәлә шикле кешеләрҙең булыу-булмауына иғтибар итергә кәңәш бирҙеләр.

http://www.bashinform.ru/news/1309914-smi-soobshchili-o-novoy-skheme-khishcheniya-deneg-cherez-terminaly-sberbanka-    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть