Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.26 ↓

EUR 73.49 ↑

22 август, Кесе йома

Уфа   °

Радий Хәбировтың башҡорт теленән диктантты нисек яҙғаны билдәле булды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Ошо көндәрҙә Өфөлә Башҡорт теленән диктант яҙыу ойошторолдо. Быйыл Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды тәҡдиме менән диктант тәүге тапҡыр халыҡ-ара статусында уҙҙы. Тәүҙә ойоштороусылар акцияла Рәсәйҙән, Ҡаҙағстандан, Канаданан, Төркиәнән, АҠШ-тан, Франциянан, Германиянан, Бөйөк Британиянан, Швейцариянан, Польшанан, Испаниянан, Италиянан, Швециянан 20 меңләп кеше ҡатнашырын күҙаллағайны. Һөҙөмтә көтөлгәндән дә юғарыраҡ булды.

Өфөлә диктантты республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та яҙҙы.

«Иң ҡыҙыҡлы эштәрҙең береһе — Радий Хәбировтың диктанты. Туған телендә оҙаҡ аралашмаһа ла, Радий Фәрит улы насар яҙмаған. Ул диктантта ҡатнашыусыларҙың күпселегенә хас бер нисә орфографик хата ебәргән, — тине Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова. — Был — һәйбәт һөҙөмтә һәм диктантта «бишле» билдәһен алғандарға ғорурланырлыҡ өсөн сәбәп һәм «өслө» алғандарға яҡшы мотивация. Хәйер, һәр кем насар билдәләрҙе төҙәтеү мөмкинлегенә эйә: халыҡ-ара диктант йыл һайын үткәрелә. Киләһенә әҙерләнергә ваҡыт бар».

Өфөлә акция Башҡорт дәүләт университетында, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ойошторолдо. Башҡорт дәүләт университетында филиалдар менән бергә — 1238, шул иҫәптән төп корпуста 677 кеше диктант яҙҙы.

«Беҙҙең менән бергә башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты төрлө илдәрҙәге милләттәштәребеҙ ҙә яҙҙы. Ҡоролтайҙың Краснодар, Сорғот, Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Пермь крайы һәм Татарстан Республикаһындағы урындағы бүлексәләре лә әүҙем ҡатнашты, — тип хәбәр итте Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Данир Ғәйнуллин. — Диктанттан һуң Европала, Төркиәлә һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәрендә, Рсәй төбәктәрендә йәшәгән башҡорттар менән видеоконференция ойошторҙоҡ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлекте һәм башҡа мәсьәләләрҙе тикшерҙек».

http://www.bashinform.ru/news/1309211-diktant-po-bashkirskomu-yazyku-napisali-okolo-20000-chelovek-po-vsemu-miru/

      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть