Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.97 ↓

EUR 71.63 ↑

20 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә мәктәп автобустары водителдәренең һөнәри оҫталыҡ конкурсына йомғаҡ яһалды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

18 майҙа «Башавтотранс» предприятиеһы автодромы майҙанында «Иң яҡшы мәктәп автобусы водителе» республика һөнәри оҫталыҡ конкурсының финалы уҙҙы. Унда республиканың 54 районынан һәм 8 ҡала округынан 115 кеше ҡатнашты.

Сараны асыу тантанаһында Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Илдар Мәүлитбирҙин, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Азат Кәлимуллин, «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы директоры вазифаһын башҡарыусы Надир Самиев һәм башҡалар бар ине. Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Азат Кәлимуллин конкурста ҡатнашыусыларға сәләмләү һүҙ менән мөрәжәғәт итте.

«Мәктәп автобусы водителенең маҡсаты – үҙенең пассажирҙарын мәктәпкә имен-һау алып барыу-алып ҡайтыу. Уның пассажирҙары — балалар, шуға күрә ошо водителдәрҙең һөнәри оҫталығына ла талаптар юғары», — тине Азат Кәлимуллин.

Өфөгә «Иң яҡшы мәктәп автобусы водителе» республика һөнәри оҫталыҡ конкурсы финалына муниципаль этап еңеүселәре килде. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының матбуғат секретары Лилиә Хәбибова хәбәр итеүенсә, ярыш һөҙөмтәләре буйынса түбәндәгеләр еңеүсе тип танылды.

«Урта класлы мәктәп автобусы водителе» категорияһында («ПАЗ»)

— беренсе урынды Иглин районынан Анатолий Суриков;

— икенсе урынды Балтас районынан Азамат Нурисламов;

— өсөнсө урынды Баймаҡ районынан Илдар Дәүләтбаев алды.

«Бәләкәй класлы автобус водителе» категорияһында («ГАЗель-НЕКСТ»)

— беренсе урынды Өфө районынан Юрий Чижик;

— икенсе урынды Нуриман районынан Мансаф Хазеев;

— өсөнсө урынды Учалы районынан Радик Юлмөхәмәтов яуланы.

Еңеүселәргә, грамоталар һәм дипломдарҙан тыш, аҡсалата премиялар ҙа бирелә. Башҡортостанда мәктәп автобустары водителдәренең республика һөнәри оҫталыҡ конкурсы Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса тәүге тапҡыр ойошторолдо.

http://www.bashinform.ru/news/1309331-v-ufe-podveli-itogi-konkursa-professionalnogo-masterstva-voditeley-shkolnykh-avtobusov/

        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть