Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.97 ↓

EUR 71.63 ↑

20 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда чиновник начальнигы менән һөйләшкәндән һуң үҙ-үҙенә ҡул һалған: киң мәғлүмәт саралары

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2019 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

«Ферма» магазинына тикшереү үткәргән Башҡортостан Республикаһы буйынса Роспотребнадзор хеҙмәткәре үҙ-үҙенә ҡул һалған, тип хәбәр итте 19 майҙа бер нисә республика киң мәғлүмәт сараһы. Был хәл шәмбенән йөкшәмбегә ҡарай төндә булған. Ханым билдәле эшҡыуар Альберт Мөхәмәтйәровтың бизнесын («Ферма» магазин-кафеһы) эҙәрлекләүҙә ғәйепләүҙәрҙән һуң урманда үҙ-үҙенә ҡул һалған. Күҙәтеү ведомствоһы хеҙмәткәренең үҙ-үҙен үлтереүе бөтәһе өсөн дә көтөлмәгән хәл булды — төбәк хеҙмәтендә бер ниндәй ҙә аңлатма бирмәйҙәр. Мәрхүмәнең ире әйтеүенсә, уның ҡатынын үлтергәндәр, тип яҙа «Собкор 02» баҫмаһы.

«Электрогазета» баҫмаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, ханым үҙенең етәксеһе — «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан идаралығы начальнигы Евгений Степанов менән юғары тонда һөйләшкәндән шундай аҙымға барған. Һөйләшеү барышында ул Сидорчеваға эштән китеү тураһында ғариза яҙырға тәҡдим иткән.

«Собкор02» порталы эксперттары  иҫпләүенсә, 52 йәшлек Ольга Сидорчева туғыҙ йыл элек үк енәйәт эше фигуранты булған һәм ҡабаттан енәйәт яуаплылығына тарттырыуҙарын кисерә алмаҫмын тип уйлағандыр, моғайын.

Профессор-криминолог Альберт Курманов һүҙҙәренсә, күп йылдар күҙәтеү хеҙмәтендә эшләгән белгес ҡаты һәм көслө холоҡло булырға тейеш, ә үҙ-үҙеңде үлтереү өсөн етди сәбәптәр кәрәк, тип яҙа  «Электрогазета».

Был Башҡортостанда федераль күҙәтеү һәм көс органдары хеҙмәткәрҙәренең үҙ-үҙенә ҡул һалған тәүге осраҡ түгел. 2018 йылда кәмендә алты полиция хеҙмәткәре үҙ теләге менән яҡты донъянан китте.

http://www.bashinform.ru/news/1309723-v-bashkirii-chinovnitsa-pokonchila-zhizn-samoubiystvom-posle-razgovora-s-nachalnikom-smi/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть