Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.47

EUR 71.53

16 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Алдағы өс көндә төбәктә һалҡын һауа торошо һаҡлана

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Алдағы өс көндә Башҡортостанда һалҡын һауа торошо: ҡырау, ямғыр, боҙ-борсаҡ һәм ҡар һаҡлана. Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн, 20 майҙа, көндөң аяҙлы-болотло булыуы көтөлә. Урыны менән бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Төньяҡ-көнсығышта ҡар ҡатыш. Ел төньяҡ-көнбайыштан төндә секундына 5-10 метр, көндөҙ секундына 9-14 метр тигҙлектә иҫә. Һауа температураһы төндә 0, +5 градус, аяҙытҡанда -5 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшөүе мөмкин. Көндөҙ һауа 7-12 градусҡа тиклем йылына.

Шишмәбе, 21 майҙа, республиканың ҡайһы бер райондарында бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Көндөҙ айырым райондарҙа боҙ-борсаҡ. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0,+5, урыны менән -3-кә тиклем ҡырау төшөүе ихтимал, көндөҙ 10-15 йылы.

Шаршамбы, 22  майҙа, бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, йәшен йәгнәүе мөмкин. Ел төньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә 0,+5, көндөҙ 12-17 градус йылы.

http://www.bashinform.ru/news/1309678-v-blizhayshie-tri-dnya-v-bashkirii-sokhranyatsya-neblagopriyatnye-pogodnye-yavleniya-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть