Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.31 ↓

EUR 72.10 ↑

18 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда ауыл халҡы өсөн 10 күп функциялы автоклуб һатып алына

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡортостанда ауыл халҡы өсөн 10 күсмә күп функциялы мәҙәни үҙәктәр (автоклубтар) һатып алына. Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты кураторы Эльвира Айытҡолова белдерҙе. 2020 йылда – Тәтешле, Ҡариҙел, Баймаҡ, Белорет, Нуриман, 2021 йылда Салауат, Бишбүләк, Йылайыр, Көйөргәҙе, Әбйәлил райондары автоклубтар һатып алыр тип күҙаллана. 10 автоклуб һатып алғандан һуң республика халҡын мәҙәни хеҙмәттәргә ылыҡтырыу 8,8% арта.

«Башҡортостанда 2 меңдән ашыу стационар мәҙәни-ял учреждениелары эшләй. Улар республика халҡын мәҙәни хеҙмәттәр менән 53% ғына тәьмин итә. Республиканың 54 районындағы 2500-ҙән ашыу тораҡ пунктта стационар мәҙәни-ял учреждениелары юҡ. Стационар клубтар булмаған ауылдарҙа йәшәүселәр өсөн тап күсмә клубтар мәҙәни тормош үҙәге булып тора», — тине Эльвира Айытҡолова.

Эльвира Айытҡолова «Кесе Ватан мәҙәниәте» проектын тормошҡа ашырыу тураһында «Берҙәм Рәсәй» партияһының беренсел һәм урындағы бүлексәләре секретарҙарының Башҡортостан Башлығы вазифаһына алдан тауыш биреү кандидаттары менән осрашыуҙа һөйләне.

http://www.bashinform.ru/news/1309071-v-bashkortostane-dlya-selskikh-zhiteley-priobretut-10-mnogofunktsionalnykh-avtoklubov-/                        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть