Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.31 ↓

EUR 72.10 ↑

18 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Республикала тәүгә мәктәп автобустары водителдәре араһында иң яҡшыларҙы асыҡлайҙар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостанда тәүгә мәктәп автобустары водителдәре араһында иң яҡшыларҙы асыҡлайҙар. 18 майҙа Өфөлә республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы тәҡдиме менән һөнәри оҫталыҡ конкурсы ойошторола.

БРУКК автодромы биләмәһендә 63 муниципаль район вәкиле йыйыла.

Конкурс теоретик һәм практик өлөштән тора, тип хәбәр итә Башҡортостан Транспорт буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте. Ярыш иртәнге 8-се 30 минутта башлана.

Республикала 1200-ҙән ашыу мәктәп автобусы водителе иҫәпләнә. Hадий Хәбиров әйткәнсә, «кемдәр уҡыусыларҙың мәктәпкә имен-һау барып етеүе өсөн яуап бирә, улар айырым иғтибарға лайыҡ».

«Башинформ» Башҡортостандың төрлө райондарында эшләгән мәктәп автобустары водителдәре тураһында материал баҫтырып сығарҙы.

http://www.bashinform.ru/news/1308941-v-bashkirii-vpervye-opredelyat-luchshikh-sredi-voditeley-shkolnykh-avtobusov/              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть