Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.97 ↓

EUR 71.63 ↑

20 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Өфө алдағы өс йылда мәктәптәрҙе һәм балалар баҡсаларын төҙөкләндереүгә 300 миллион һумдан ашыу тотонорға ниәтләй

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

2019 йылда Өфө хакимиәте ҡала мәктәптәрен һәм балалар баҡсаларын капиталь ремонтлауға 100,3 миллион һум тотонорға ниәтләй. Киләһе ике йылда (2021 йылға тиклем) йыл һайын 102,7-шәр миллион һум бүлеү күҙаллана. Был хаҡта баш ҡала хакимиәте ҡарарында хәбәр ителә.

Атап әйткәндә, быйыл төҙөкләндерелергә тейешле социаль объекттар исемлегендә Сипайлово биҫтәһендә, Баланов-Яңы-Александровка ҡасабаһында Башҡорт атлы дивизияһы урамы һәм Хеҙмәт геройҙары бульвары сатында, Глумилин биҫтәһендә, «Затон-Көнсығыш» биҫтәһендә, Онего урамында урынлашҡан балалар баҡсалары, Баланов-Яңы-Александровка, «Затон-Көнсығыш» мәктәптәре, 11-се Аксаков гимназияһы, 8-се мәктәп һәм башҡалар бар.

Әлеге ваҡытта бөтә объекттарҙа проект-смета документацияһына төҙәтмәләр индереү, тикшеренеү эштәре бара. Төҙөүселәр эҙләйҙәр.

http://www.bashinform.ru/news/1308947-ufa-v-blizhayshie-tri-goda-potratit-bolee-300-mln-rubley-na-rekonstruktsiyu-shkol-i-detsadov/        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть