Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.60

EUR 72.62

25 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала талпандар уҙған йылға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк кешене тешләгән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда 2019 йылдың мартынан 16 майына тиклем Гигиена һәм эидемиология үҙәгенә 2 176 кеше талпан ҡаҙалыуға зарланып һәм уларҙа йоғошло сирҙәр бармы-юҡмы икәнен тикшереүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең республика буйынса идаралығы белгестәре билдәләүенсә, был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда ике тапҡырға тиерлек күберәк (1 546 кеше).

«Әлеге ваҡытҡа белгестәр 2 319 гектар ерҙе эшкәрткән, шул иҫәптән Өфө биләмәһендә – 1014,8 гектар. Республикала бөтәһе 4 мең самаһы гектар майҙанды акарицид ярҙамында эшкәртеү күҙаллана», — тип хәбәр иттеләр ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән.

Бынан алда «Башинформ» агентлығы талпан ҡаҙалыуҙан нисек һаҡланыу тураһында хәбәр иткәйне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл кешеләрҙең Гигиена һәм эидемиология үҙәгенә тәүге мөрәжәғәт итеү осраҡтары 25 мартта теркәлгән.

http://www.bashinform.ru/news/1308918-v-bashkirii-kleshchi-pokusali-pochti-v-dva-raza-bolshe-lyudey-chem-v-proshlom-godu-/        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть