Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.47

EUR 71.53

16 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда бәлиғ булмағандарға кальяндар, вейптар һәм тартыу ҡатнашмалары һатыуҙы тыялар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда Дәүләт Йыйылышы депутаттары республика биләмәһендә бәлиғ булмағандарға тәмәкеһеҙ тартыу изделиелары һатыуҙы тыйған закон проектын ҡарарға йыйына. Уларға төрлө тартыу ҡатнашмалары, таштар, төнәтмәләр һәм уларҙың аналогтары, шулай уҡ кальяндар, вейптар, электрон быуландырғыстар инә.

«Никотин токсик алкалоид булып тора. Ул һаулыҡҡа тәмәке рәүешендә генә түгел, башҡа формаларҙа ла зыянлы. Шуларҙы ҡулланған кешеләрҙә никотинға бәйлелек тыуа, табиптар уны тәмәкегә бәйлелек синдромы тип йөрөтә. Хәтерегеҙгә төшөрәм, федераль ҡануниәттә балаларға тәмәке һатыуға ғына түгел, балаларҙы тәмәке ҡулланыу процесына йәлеп итеү ҙә тыйылған», — тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев.

Закон ҡабул ителгән осраҡта, Башҡортостандың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексына ла бәлиғ булмағандарға тартыу ҡатнашмаларын һәм вейптарҙы законһыҙ һатҡан өсөн яуаплылыҡ билдәләү йәһәтенән үҙгәрештәр индерергә кәрәк.

http://www.bashinform.ru/news/1308904-v-bashkirii-zapretyat-prodazhu-kalyanov-veypov-i-kuritelnykh-smesey-nesovershennoletnim/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть