Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.97 ↓

EUR 71.63 ↑

20 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә эшһеҙҙәрҙе иҫәпләнеләр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Өфөлә 5,7 мең рәсми теркәлгән эшһеҙ иҫәпләнә, тип белдерҙеләр «Башинформ» агентлығына ҡаланың халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә.

16 майға мәғлүмәттәр буйынса, баш ҡаланың мәшғүллек хеҙмәтендә бөтәһе 6,3 мең тирәһе кеше иҫәптә тора.

Белгестәр хәбәр итеүенсә, әле Өфөнөң вакансиялар банкында 22,4 мең эш урыны тураһында мәғлүмәт бар.

Көсөргәнешлек коэффициенты йәки мәшғүллек хеҙмәтендә иҫәптә торған граждандарҙың вакансиялар һанына нисбәте 0,28-гә тиң. Башҡортостандың баш ҡалаһында рәсми эшһеҙлек кимәле 0,95 процент тәшкил итә.

1 майға ҡарата, Өфөнөң иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ һаны 600,7 мең кешенән ашҡан.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда эшһеҙлек пособиеһының уртаса күләме апрелдә 5 909 һум йәки эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы дәүмәленән 63,1% тәшкил иткән.

http://www.bashinform.ru/news/1308689-v-ufe-podschitali-bezrabotnykh/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть