Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.97 ↓

EUR 71.63 ↑

20 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Төбәктә ҡырау һәм ҡар ҡатыш ямғыр фаразлана

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 17 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Республика синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон хәбәр итте.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 17 майҙа төбәктә көн аяҙлы-болотло була. Айырым райондарҙа ҡойма ямғыр, йәшен, боҙ-борсаҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан секундына 9-14 метр, көсәйгәндә — секундына 17-22 метр. Һауа температураһы көндөҙ — 14-16 градус.

18 майҙа урыны менән бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр. Төндә төньяҡ һәм көнсығыш райондарҙа ҡар ҡатыш. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә —  2-7 градус йылы. Урыны менән минус 2-гә тиклем һалҡынайтып, ҡырау төшөүе мөмкин. Һауа температураһы көндөҙ — 10-15 градус.

19 майҙа Башҡортостанда урыны менән бер аҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуа. Төндә төньяҡ һәм көнсығыш райондарҙа ҡар ҡатыш. Ел төньяҡ-көнбайыштан, төньяҡтан, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә — 0-5  градус йылы. Урыны менән минус 5 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшөүе мөмкин. Көндөҙ — 8-13 градус.

http://www.bashinform.ru/news/1308867-v-bashkirii-prognoziruyutsya-zamorozki-i-dozhd-so-snegom-/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть