Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.31 ↓

EUR 72.10 ↑

18 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда вице-премьер Артур Әхмәтханов менән бәхилләштеләр

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Бөгөн Өфөлә, республика Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Йортонда, республика Хөкүмәтенең вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы, полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов менән бәхилләшеү сараһы уҙҙы. Унда республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов, хөкүмәт ағзалары, депутаттар, йәмәғәтселек, дин әһелдәре, ябай граждандар, Артур Әхмәтхановтың хеҙмәттәштәре, дуҫтары, туғандары һәм яҡындары ҡатнашты.

Ҡатнашыусыларҙың сығыштарында Артур Әхмәтхановтың ил һәм республика алдындағы оло хеҙмәттәре билдәләнде. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Артур Әхмәтханов яугир, башҡорт халҡының ысын улы булды һәм ҡаты сирләһә лә, аҙаҡҡаса көрәште.

«Бөгөн республикабыҙ үҙенең лайыҡлы улдарының береһе – ир-егет, яугир, генерал менән бәхилләшә. Был – бөтәбеҙ өсөн дә ҙур юғалтыу, – тине төбәк етәксеһе. – Минең өсөн шәхси юғалтыу. Оҙаҡ йылдар беҙҙең юлыбыҙ бергә барҙы, төрлө һынауҙарҙы бергә үттек. Артур Фәрүәз улы бөтә ғүмерен йәмәғәт хәүефһеҙлегенә, граждандарҙы, илебеҙҙе һаҡлауға арнаны. Бөгөн бик ҡайғылы көн. Уҙған йылдың ноябрендә республика мәнфәғәте өсөн берлектәге эш планы өҫтөндә эшләнек... Килеп сыҡманы. Ауыр сир аяҡтан йыҡты, ул аҙаҡҡаса көрәште, бер тапҡыр ҙа тертләмәне. Өфөләге Еңеү парады уның республика халҡына һуңғы бүләге булды».

Атап әйткәндә, былтыр октябрь айында Артур Әхмәтхановтың вице-премьер вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнеүе тураһында әйтелде. Республика Хөкүмәтендә ул хәүефһеҙлек, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Юстиция буйынса дәүләт комитеты, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре өсөн яуаплы ине. Ул енәйәтте тикшереү бүлеге оперуполномоченныйынан алып Өфөнөң Орджоникидзе районы эске эштәр идаралығы начальнигына тиклем юл үткән, алты йылға яҡын республика ЮХХДИ-һын етәкләгән, 2005-2008 йылдарҙа —Башҡортостандың эске эштәр министры урынбаҫары, йәмәғәт именлеге милицияһы хеҙмәте начальнигы.

2008-2016 йылдарҙа — Төньяҡ Осетияла эске эштәр министры. Был ябай булмаған Төньяҡ Кавказ округының полиция етәкселеге араһында оҙаҡ йәшәү рекорды тип әйтергә мөмкин. Әхмәтханов ваҡытында Төньяҡ Осетияла кешеләрҙе урлау, сәйәсмәндәрҙе, бизнесмендарҙы заказлы үлтереү менән шөғөлләнгән бер нисә төркөм ағзаларын тотоп, реаль срокка хөкөм иттеләр. Иң яңғырауыҡлы эш — Аслан Гагиев бандаһын юҡ итеү, Владикавказ мэры Виталий Караев һәм республика хөкүмәтенең элекке беренсе вице-премьеры Казбек Пагиев ошо төркөмдөң ҡорбаны булды.

Хеҙмәт итеү осоронда Артур Әхмәтханов IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены, Салауат Юлаев ордены, II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы, исемле ҡорал, шулай уҡ башҡа дәүләт наградалары менән бүләкләнгән.      

Артур Әхмәтханов Өфөнөң Мосолмандар зыяратында ерләнде.

Вице-премьер Артур Әхмәтханов хаҡында тулыраҡ бында уҡырға мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1308653-v-bashkortostane-prostilis-s-vitse-premerom-arturom-akhmetkhanovym/      

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть