Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.60

EUR 72.62

25 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан һәм Новгород өлкәһе хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан һәм Новгород өлкәһе хөкүмәттәре араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Документтарға республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Новгород өлкәһе губернаторы Андрей Никитин ҡул ҡуйҙы. Бынан тыш, ике төбәктең предприятиелары, сауҙа-сәнәғәт палаталары, Башҡорт дәүләт университеты һәм Ярослав Мудрый исемендәге Новгород университеты араһында бер нисә килешеү төҙөлдө.

Андрей Никитин «Башинформ» агентлығының хеҙмәттәшлек перспективалары тураһында һорауына яуап биреп, юғары технологиялы предприятиеларҙың үҙ-ара әүҙем эш итеүен, төбәктәр алдында торған социаль-иҡтисади бурыстарҙы хәл итеү буйынса тәжрибә алмашыу алып барылыуын, мәғариф һәм туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек буйынса пландар булыуын белдерҙе.

«Мин туғыҙ йыл буйына Роскомпозит төркөмөнөң «Стеклонит» заводы етәкселәренең береһе булдым һәм 2000 йылдарҙа аҙна һайын Өфөгә килә торғайным. Уның ниндәй көслө, сағыу һәм матур республика икәнен ишетеп кенә белмәйем. Бөгөн Өфөлә Дәүләт советының социаль сәйәсәт буйынса эшсе төркөмөнөң күсмә ултырышын үткәрәбеҙ. Республиканың демографияға булышлыҡ итеү тәжрибәһен ил кимәлендә таратыу мөһим», — тип билдәләне Новгород өлкәһе губернаторы.

Демография темаһы бөтә төбәктәр өсөн дә көнүҙәк, тип иҫәпләй Андрей Никитин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн ғаиләлә балалар ни тиклем күп, уларҙы матди яҡтан тәьмин итеү шул тиклем ҡатмарлыраҡ.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Андрей Никитин төбәккә етәкселек итә башлағандан һуң, Новгород өлкәһе инвестициялар буйынса һиҙелерлек алға китеш күрһәтте.

«Уңайлы инвестиция мөхите булдырыу һәм инвестициялар йәлеп итеү тәжрибәһе республика өсөн бик ҡыҙыҡлы. Төбәктәр араһында билдәле бер тауар әйләнеше, гуманитар хеҙмәттәшлек өсөн ҙур ҡеүәт бар. Шәхси мөнәсәбәттәр ҙә әһәмиәтле роль уйнай. Беҙ Андрей Сергеевич менән 10 йылдан ашыу бергә эшләйбеҙ, дуҫбыҙ. Беҙҙең хеҙмәттәшлектең киләсәге һәйбәт», — тине Башҡортостан етәксеһе.

Ҡул ҡуйыу тантанаһы башланырҙан алда ике төбәк етәкселәренең эшлекле осрашыуы уҙҙы. Иҡтисадта, социаль һәм мәҙәни өлкәләрҙә төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү йүнәлештәре тикшерелде.

http://www.bashinform.ru/news/1308522-bashkiriya-i-novgorodskaya-oblast-podpisali-soglashenie-o-sotrudnichestve-/

              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть