Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.31 ↓

EUR 72.10 ↑

18 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Рәсәйҙәрҙең отпускыһына тағы бер көн өҫтәйҙәр

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы диспансерлаштырыу үтеү өсөн йыл һайын отпускыға тағы бер көн өҫтәү тураһында ҡануниәткә төҙәтмә әҙерләй. Әлеге ваҡытта ошондай ял көнө өс йылға бер тапҡыр бирелә, тип хәбәр итә «Известия» .

Хеҙмәт кодексына үҙгәрештәр премьер-министр Дмитрий Медведевтың ҡушыуы буйынса әҙерләнә. Ул Хеҙмәт министрлығына 40 йәштән өлкән хеҙмәткәрҙәргә диспансерлаштырыу үтеү өсөн йыл һайын өҫтәмә буш көн тураһында проектты 20 июнгә тиклем тапшырырға ҡушты.

Йыл башынан илдә эшләгән һәр кем өс йылға бер тапҡыр отпускыһына өҫтәмә көн алырға хоҡуҡлы. Пенсия алды йәшендәгеләр иһә ике көн.

6 майҙа ошо медицина тикшереүен үткәреүҙең яңы тәртибе үҙ көсөнә инде. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәҡдименә ярашлы, 40 йәштән өлкәндәр йыл һайын тикшерелергә тейеш.

18-39 йәшлектәр өсөн медицина тикшереүен үтеү ваҡыты әүәлгесә һаҡлана, тип билдәләй баҫма.

http://www.bashinform.ru/news/1308280-rossiyanam-pribavyat-odin-den-k-otpusku/

                    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть