Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.60

EUR 72.62

25 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өлкәһендә төбәк операторҙарының III Халыҡ-ара съезы үҙ эшен башланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Бөгөн, 16 майҙа, Өфөлә ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә төбәк операторҙарының III Халыҡ-ара съезы үҙ эшен башланы. «Торатау» конгресс-холында Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы һәм республика етәкселеге булышлығында ҙур сара бара. Съезд «Таҙа ил» ассоциацияһы тарафынан өсөнсө тапҡыр ойошторола. Унда тотош Рәсәйҙән ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендә төбәк операторҙары, ҡалдыҡтар менән эш итеү тармағы предприятиелары вәкилдәре, коммуналь техника етештереүселәр, федераль һәм төбәк власы органдары, шулай уҡ сит илдәрҙең профилле ойошмалары вәкилдәре ҡатнаша, шуға күрә ул халыҡ-ара статусын алды.

Съезда ҡатнашыусылар 2019 йылдың 1 ғинуарынан башланған ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге реформаны тормошҡа ашырыуҙың тәүге йомғаҡтарын, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсеү үҙенсәлектәре һәм проблемалары, ошо өлкәләге проекттарға дәүләт ярҙамы кәрәклеген тикшерергә ниәтләй.

«Һәр реформа — ҡатмарлы процесс. Республикабыҙ тураһында һөйләгәндә, беҙ уға ышаныслы индек, — тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров. — Ошо ҙур эште башлар алдынан төбәк операторҙары менән беҙ барыбыҙ ҙа партнерҙар һәм ҡалдыҡтар менән эште ойоштороу буйынса ҡуйылған бөтә бурыстарҙы бергәләп кенә башҡарып сыға алыу хаҡында һөйләшеп килештек. Беҙҙең тариф сәйәсәтен булдырыуҙың конструктив планы бар ине, муниципалитет башлыҡтары менән тейешле инфраструктура, контейнер базаһын булдырыу эше алып барыла. Бөгөн съезда башҡа субъекттарҙың тәжрибәһе менән танышыу, иң яҡшы тәжрибәләр менән алмашыу ҡыҙыҡлы булыр. Һәммәбеҙ ҙә илебеҙҙең экологик яҡтан таҙа, имен, күркәм булыуын теләй. Шуға өлгәшербеҙ тип ышанам».

Съезда шулай уҡ ҡалдыҡтар менән эш итеү өлкәһендәге алдынғы технологиялар һәм яңы техника өлгөләре күргәҙмәһе ойошторолған.

http://www.bashinform.ru/news/1308312-v-ufe-nachal-svoyu-rabotu-iii-mezhdunarodnyy-sezd-regionalnykh-operatorov-v-sfere-obrashcheniya-/

          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть