Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.60

EUR 72.62

25 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың Илеш һәм Ауырғазы райондары тәүгеләрҙән булып яҙғы сәсеүҙе тамамлай

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Республиканың Илеш һәм Ауырғазы райондары предприятиелары яҡшы һауа торошон тулы кимәлдә файҙаланып ҡалды һәм хәҙер культураларҙың һуңғы гектарҙарын сәсә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан. Ямғырҙар башланғансы сәсеүҙе тамамлап, аграрийҙар һәйбәт шытымдарҙа иҫәп тоторға хоҡуҡлы.

Ауырғазы һәм Илеш райондары ауыл хужалығы предприятиелары майҙандарҙың 94 процентында сәсеү эштәрен башҡарған, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, Стәрлебаш һәм Саҡмағош райондарында баҫыуҙарҙың 11-15 процентында сәсергә ҡалған.

Дөйөм алғанда, республикала 1 миллион 434 гектарҙа яҙғы сәсеү башҡарылған, был — пландан 72 процент.

http://www.bashinform.ru/news/1308254-ilishevskiy-i-aurgazinskiy-rayony-bashkirii-pervymi-zavershayut-yarovoy-sev/

                

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть