Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.97 ↓

EUR 71.63 ↑

20 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Краснокама районы башлығы вазифаһын Рөстәм Мусин башҡара

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 16 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Республиканың Краснокама районы хакимиәте башлығы Рәзиф Ғилмуллиндың вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылды. Кисә район депутаттары Советының сираттан тыш ултырышында ошондай ҡарар ҡабул ителде. Краснокама районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Рөстәм Мусин тәғәйенләнде, тип хәбәр ителә район хакимиәте сайтында.

Рөстәм Мусин Башҡортостандың Мишкә районы Иштебай ауылында тыуған. Уға 53 йәш. Урындағы совхозда ветеринар табип була, 1996-2000 йылдарҙа — Мишкә районы хакимиәте башлығының кадрҙар менән эш буйынса урынбаҫары. 2015 йылдың февраленән 2019 йылдың 14 майына тиклем Рөстәм Мусин Мишкә районы хакимиәте башлығы булып эшләй.

http://www.bashinform.ru/news/1308199-ispolnyat-obyazannosti-glavy-krasnokamskogo-rayona-bashkirii-budet-rustam-musin/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть