Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.25 ↓

EUR 70.84 ↑

16 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә һәм Мәскәүҙә Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған маркаға мисәт һуғыу тантанаһы уҙҙы

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Бөгөн Өфөлә, Үҙәк почтамтта, Башҡортостандың халыҡ шағиры, яҙыусы, драматург, публицист, ижтимағи-сәйәси эшмәкәр Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған маркаға мисәт һуғыу тантанаһы булды.

Юбилей маркаһы махсус почта мисәте һәм халыҡ шағирының тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған конверт менән бер үк ваҡытта сығарылған. Почта маркаһында Мостай Кәримдең портреты төшөрөлгән. Билдәләнгән дата менән махсус мисәт тик бер көн – 15 майҙа ғына ғәмәлдә.

Өфөнән тыш, ошондай тантана Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта ла үтте – был ҡалалар өсөн махсус мисәттәр айырым әҙерләнгәйне. Мәскәү менән телекүпер ойошторолдо. Онлайн режимында Өфөлә һәм Мәскәүҙә мисәт һуғыу тантанаһы бер үк ваҡытта уҙҙы. Өфө почтамты һәм Мәскәүҙең Әҙәбиәтселәр йорто араһында ҡуйылған телекүпер ярҙамында сарала ҡатнашыусыларҙың бер-береһе менән аралашыу мөмкинлеге булды.

Өфөләге сарала Мостай Кәримдең ҡыҙы – Әлфиә Кәримова, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов, Өфө мэры Өлфәт Мостафин, Федераль почта элемтәһе идаралығы директоры Ирек Ғәлимов ҡатнашты. Уларға тәүгеләрҙән булып почта продукцияһына мисәт һуғыу хоҡуғы бирелде.

«Атайым хәрби хеҙмәтен хәүефле элемтәсе һөнәренән башлаған. Ул артдивизиондың элемтә начальнигы булған. Атайым, 20 октябрҙә — Элемтәселәр көнөндә тыуған, — тип һөйләне Әлфиә Мостай ҡыҙы. — Үҙенең ижады менән төрлө кешеләр — матурлыҡ, әҙәбиәт, китап һөйөүселәр араһында бәйләнештәр булдырҙы».

Мәскәүҙәге тантанала Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарыусы, Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Роман Симандуев, Мостай Кәрим исемендәге фондты ойоштороусы Тимербулат Кәримов, Рәсәй почтаһының генераль директоры Николай Подгузов һәм башҡа абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.

Рәсәйҙең почта бүлексәләренә килгән марканың тиражы 128 мең дана тәшкил итә.

http://www.bashinform.ru/news/1308080-v-ufe-sostoyalos-torzhestvennoe-gashenie-marki-k-100-letiyu-mustaya-karima/

        

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть