Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84 ↓

EUR 70.59 ↑

21 сентябрь, Шәмбе

Уфа   °

Республикала тәүгә «Йәйләү» ҡымыҙ этно-фестивале ойошторола

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда тәүгә «Йәйләү» башҡорт ҡымыҙы этно-фестивале ойошторола. Ул 27-28 июлдә Өфөлә «Аҡбуҙат» ипподромында уҙа. Сараны ойоштороусылар – Башҡортостан Хөкүмәте, Ауыл хужалығы министрлығы, «Аҡбуҙат» ипподромы, UMAY Ethno Production.

Фестивалдең маҡсаты — «Башҡорт ҡымыҙы» брендын популярлаштырыу, этно-сараны бөтөнләй яңы форматта үткәреү. Сараға бөтә республиканан ҡымыҙ бешеүселәр саҡырылған.

Ҡымыҙ-фест майҙансығында тирмәләр һәм ихаталар ҡороу, оҫталыҡ дәрестәре, ауыл хужалығы продукцияһы һәм кәсепселәр күргәҙмәләре, «Ашмаркет» аш-һыу фестивале, музыкаль этно-фестиваль, ат сабыштары, балалар өсөн төрлө саралар ойоштороу, ҡымыҙ менән һыйлау күҙаллана. Фестиваль барышында ҡымыҙ бешеүселәрҙең һөнәри съезы уҙғарыла.

Ҡыҙыҡһынған кешеләр һәм компаниялар ғаризаны бында тултыра ала. Ғаризаны uethno@gmail.com электрон почтаһына ла ебәрергә мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1308104-v-bashkirii-vpervye-budet-organizovan-etno-festival-kumysa-yaylyau/

              

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть