Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.97 ↓

EUR 71.63 ↑

20 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Төбәктә эшһеҙлек пособиеһының уртаса күләме — 6 мең һум

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда эшһеҙлек пособиеһының уртаса күләме апрелдә 5 909 һум йәки эшкә һәләтле халыҡ өсөн йәшәү минимумы дәүмәленән 63,1% булған. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына республика Хеҙмәт министрлығынан хәбәр иттеләр.

«Төбәктә халыҡтың 38% — минималь, ә 33,9% максималь күләмдә эшһеҙлек пособиеһын ала», — тине ведомствоның матбуғат секретары Роза Кузьменко.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны 87,1 мең кеше тәшкил итә. Уларҙың 24 меңгә яҡыны — рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр.

2018 йылдың ноябрендә — 2019 йылдың февралендә эшсе көстәрҙе һайланма тикшереү мәғлүмәттәренә ярашлы, республикала иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ һаны — 1,9 миллион кешенән ашыу.

http://www.bashinform.ru/news/1307669-sredniy-razmer-posobiya-po-bezrabotitse-v-bashkirii-6-tysyach-rubley/    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть