Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.97 ↓

EUR 71.63 ↑

20 июнь, Кесе йома

Уфа   °

Республиканан 214 мең бурыслы сит илгә сыға алмаған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

2019 йылдың башынан Башҡортостандың суд приставтары 214 мең самаһы бурыслыға Рәсәй биләмәһенән ситкә сығыуҙы тыйған. Суд приставтары федераль хеҙмәте Башҡортостан буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, быға кредит һәм алимент, ЮХХДИ штрафтары һәм һалым буйынса бурыстар сәбәпсе.

«Әгәр штраф буйынса бурыс 30 мең һум һәм унан күберәк икән, сәйәхәткә рөхсәт бирелмәй. Ошондай күңелһеҙ осраҡ булмаһын өсөн үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың бурысы бармы-юҡмы икәнен  тикшерергә кәрәк, – тип белдерҙеләр төбәк ведомствоһында. – Ағымдағы йылдың биш айында приставтар сит илгә сығыуҙы сикләү тураһында 110 мең ҡарар сығарған».

Бурыстар хаҡында Суд приставтары федераль хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы сайтында йәки бурыслының теркәлгән урыны буйынса суд приставтары бүлегендә белергә мөмкин.

http://www.bashinform.ru/news/1307794-okolo-214-tysyach-dolzhnikov-iz-bashkirii-ne-smogli-vyekhat-za-granitsu/

  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть