Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 63.84 ↓

EUR 70.59 ↑

21 сентябрь, Шәмбе

Уфа   °

Тәүлек эсендә Башҡортостанда 105 гектар урман янған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Уҙған тәүлектә Башҡортостанда 14 тәбиғәт янғыны теркәлгән. Урман фондының 104,9 гектар ере уттан зыян күргән, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығында.

Дөйөм майҙаны 69,8 гектар ерҙә 11 янғын һүндерелгән. Әле 35,1 гектар майҙанда өсәүһе яныуын дауам итә. Уларҙың икәүһе — Белорет районында,  27,1 гектар майҙанда. Йылайыр районында ут урман фондының 8 гектар биләмәһен ялмап алған.

Янғын миҙгеле башланғандан алып Башҡортостанда бөтәһе 105 тәбиғәт янғыны сыҡҡан, икәүһе — махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә. 1377,76 гектар урман уттан зыян күргән.

Сағыштырыу өсөн: бер йыл элек төбәктә дөйөм майҙаны 442,81 гектар ерҙә 75 урман янғыны теркәлгән.

http://www.bashinform.ru/news/1307842-za-sutki-v-bashkirii-sgorelo-105-gektarov-lesa/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть