Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.12 ↑

EUR 70.60 ↑

18 сентябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Республика Хөкүмәте вице-премьеры Артур Әхмәтханов арабыҙҙан китте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 14 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Республика Хөкүмәте вице-премьеры Артур Әхмәтханов ҡапыл донъя ҡуйҙы. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала хәбәр итте.

«Дуҫым китеп барҙы. Яугир. Башҡорт халҡының ысын улы. Ул ҡаты сирләй ине. Һуңғы һулышына тиклем көрәште», — тип яҙҙы Радий Хәбиров.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, уҙған йылдың октябрендә Артур Әхмәтханов вице-премьер вазифаһына тәғәйенләнде. Республика Хөкүмәтендә ул хәүефһеҙлек, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Юстиция буйынса дәүләт комитеты, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре өсөн яуаплы ине.

Әхмәтханов Артур Фәрүәз улы 1962 йылдың 15 ноябрендә БАССР-ҙың Салауат районында тыуған. Юғары белемле — 1993 йылда Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын, һуңынан Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Идара итеү академияһын тамамлаған.

Енәйәтте тикшереү бүлеге оперуполномоченныйынан алып Өфөнөң Орджоникидзе районы эске эштәр идаралығы начальнигына тиклем юл үткән, алты йылға яҡын республика ЮХХДИ-һын етәкләгән, 2005-2008 йылдарҙа —Башҡортостандың эске эштәр министры урынбаҫары, йәмәғәт именлеге милицияһы хеҙмәте начальнигы.

2008-2016 йылдарҙа — Төньяҡ Осетияла эске эштәр министры. Урындағы киң мәғлүмәт саралары билдәләүенсә, был ябай булмаған Төньяҡ Кавказ округының полиция етәкселеге араһында оҙаҡ йәшәү рекорды тип әйтергә мөмкин. Әхмәтханов ваҡытында Төньяҡ Осетияла кешеләрҙе урлау, сәйәсмәндәрҙе, бизнесмендарҙы заказлы үлтереү менән шөғөлләнгән бер нисә төркөм ағзаларын тотоп, реаль срокка хөкөм иттеләр. Иң яңғырауыҡлы эш — Аслан Гагиев бандаһын юҡ итеү, Владикавказ мэры Виталий Караев һәм республика хөкүмәтенең элекке беренсе вице-премьеры Казбек Пагиев шуларҙың ҡорбаны булды.

Хеҙмәт итеү осоронда Артур Әхмәтханов IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены, II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы, шулай уҡ башҡа дәүләт наградалары менән бүләкләнгән.      

http://www.bashinform.ru/news/1307573-ushel-iz-zhizni-vitse-premer-pravitelstva-bashkirii-artur-akhmetkhanov/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть