Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.41 ↓

EUR 71.84 ↑

23 май, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевты һуңғы юлға оҙаттылар

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә, республика Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙа, 23 апрелдә ҡаты ауырыуҙан донъя ҡуйған Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев менән бәхилләштеләр. Йыйылыусыларҙы шағирҙың шиғыр уҡыған тауышы ҡаршы алды. Сараны Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев алып барҙы. Ул Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Владимир Мединскийҙың ҡайғы уртаҡлашыу телеграммаһын уҡып ишеттерҙе.

Республика етәксеһе Радий Хәбиров уҙған йылдың декабрендә объектив сәбәптәр буйынса уның 80 йәшлек юбилейына килә алмағаны өсөн мәрхүмдән ғәфү үтенде.

«Рауил Бикбаев — башҡорт халҡының арҙаҡлы улы, бөтә ижады тыуған республикаһының мәнфәғәттәренә арналды. Ул уның даны тураһында хыялланды, ғүмере буйы шуның өсөн эшләне һәм ижад итте. Сәскә атыусы Башҡортостан бөйөк шағирға төп һәйкәл булһын. Беҙ уның мираҫын һаҡларбыҙ һәм уның иҫтәлегенә лайыҡлы булырға тырышырбыҙ», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.

Башҡортостандың Яҙыусылар берекмәһе рәйесе Зәки Әлибаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры Хәсән Назар сығыш яһаны. Өфө ҡалаһы исеменән Өфө ҡала Советы рәйесе Валерий Трофимов телмәр тотто.

«Рауил Төхвәт улы Бикбаев ҡалабыҙҙың ғорурлығы — уның почетлы гражданы булды. Улар күп түгел, миллионлы ҡалала 12 кеше генә, ләкин ошо исемгә лайыҡ булыу өсөн бай тормош юлы үтергә, халыҡ өсөн байтаҡ эш башҡарырға, абруй ҡаҙанырға кәрәк. Рауил Төхвәт улы тап шундай кеше ине», — тине Валерий Трофимов.

Туғандары исеменән бәхилләшеү һүҙҙәрен шағирҙың ейәне Артур әйтте. Ул республика һәм ҡала власы органдарына, Яҙыусылар берекмәһенә һәм табиптарға рәхмәт белдерҙе. Олатаһының ейәндәре менән ныҡ яҡын булыуы һәм дүрт бүлә-бүләсәләрен дә күреү бәхете тейеүе хаҡында һөйләне.

«80 йәшенә яҡынлаша башлауына ҡарамаҫтан, миңә, тиҫтәләрсә мең саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан икенсе илгә, килеп етә торғайны. Беҙ уның менән Американы арҡырыһына-буйына йөрөп сыҡтыҡ, индеецтар менән осраштыҡ, үҙенең көндәлектәрендә ул ошо хаҡта яҙҙы, — тине Артур Бикбаев. — Ҡартатайымдың оҙаҡ йәшәгәне, бай, матур, емешле ғүмер кисергәне өсөн шатбыҙ».

Рауил Бикбаев Өфөнөң Мосолмандар зыяратына ерләнде.

http://www.bashinform.ru/news/1302225-v-ufe-narodnogo-poeta-bashkortostana-ravilya-bikbaeva-provodili-v-posledniy-put/

          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть