Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.78 ↑

EUR 73.97 ↓

21 август, Шаршамбы

Уфа   °

Радий Хәбиров «Ағиҙел» хоккейсыларын һәм тренерҙарын Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы чемпионатында еңеүҙәре менән ҡотланы

Спорт

ӨФӨ, 2019 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Ағиҙел» хоккейсыларына һәм тренерҙарына, Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһында еңеүҙәре менән ҡотлап, телеграмма ебәрҙе.

«Икенсе йыл рәттән шәп уйынығыҙ менән республика спорт һөйөүселәренә ҙур шатлыҡ килтерәһегеҙ. Етди дәғүәселәрегеҙ менән алышта юғары оҫталыҡ, ысын характер һәм еңеүгә ынтылыш күрһәттегеҙ», — тип билдәләне телеграммала республика етәксеһе.

Шулай уҡ Радий Хәбиров команданың тренерҙары Денис Афиногеновҡа һәм Сергей Трудаковҡа, етәкселеккә һәм техник персоналға, хоккей командаһының бөтә коллективына спортсыларҙы яҡшы әҙерләгән өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Киләһе миҙгелдәрҙә лә беҙҙең клубтың алдынғы позицияларын нығыта, Башҡортостандың спорт данын арттыра алырһығыҙ тип ышанам», — тине республика етәксеһе.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, Өфөнөң «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар хоккей командаһы Санкт-Петербургта урындағы «Динамо» клубын 3:0 иҫәбе менән еңде.

http://www.bashinform.ru/news/1302234-radiy-khabirov-pozdravil-trenerov-i-khokkeistok-agideli-s-pobedoy-v-chempionate-zhkhl/  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть