Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.53 ↑

EUR 71.96 ↓

22 май, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә «Евразия йөрәге-2019» Надежда Бабкинаның «Рәсәй йырҙары» фестиваль-марафоны менән асыла

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

12 июндә «Евразия йөрәге» халыҡ-ара сәнғәт фестивале барышында «Бөтәбеҙ бергә — Рәсәй!» тигән ҙур байрам ойошторола. Был көндә өфөләр Надежда Бабкинаның «Рәсәй йырҙары» Бөтә Рәсәй фестиваль-марафонында ҡатнаша.

Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, «Рус йыры» Мәскәү дәүләт музыкаль фольклор театры артистары сығыш яһай. Программала шулай уҡ «Криница» казак йыры ансамбле, Кузбасс дәүләт филармонияһының «Себер калейдоскобы» бейеү театры, фолк-рок төркөмө, «Рәсәйҙәр» ансамбле, Евгений Гор һәм Саха (Яҡут) Республикаһының халыҡ артисы Альбина Дегтярёва бар.

12-15 июндә Өфө амфитеатрында «Евразия йөрәге-2019» халыҡ-ара сәнғәт фестивале уҙа. Ҙур проект сиктәрендә Милли кейем байрамы һәм «Этнотөн» (12 июнь), «Симфоник төн» (13 июнь), Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына бағышланған «Алға Башҡортостан!» байрам концерты (14 июнь) һәм гала-концерт (15 июнь) була.

«Рәсәй йырҙары» Бөтә Рәсәй фестиваль-марафоны 2007 йылдың 28 мартында Иваново өлкәһендә башланды. Проект авторы һәм художество етәксеһе — Рәсәйҙең халыҡ артисы Надежда Бабкина. Фестивалде «Халыҡтың йыр мәҙәниәте» хәйриә фонды ойошторған, ул Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы булышлығында уҙғарыла.

Фестивалдең маҡсаты — халыҡтың илһөйәрлек рухын күтәреү, йәштәрҙе милли традицияларҙа тәрбиәләү, шулай уҡ мәҙәни хеҙмәттәшлек һәм Рәсәй халыҡтары милли мәҙәниәттәренең үҙ-ара йоғонтоһо миҫалында илдең берҙәмлеген күрһәтеү. Төп бурысы — Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫын һаҡлау һәм популярлаштырыу.

http://www.bashinform.ru/news/1302086-v-ufe-serdtse-evrazii-2019-otkroet-festival-marafon-nadezhdy-babkinoy-pesni-rossii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть