Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.78 ↑

EUR 73.97 ↓

21 август, Шаршамбы

Уфа   °

Руслан Ғиләжетдинов Учалы районы башлығы вазифаһына раҫланды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

24 апрелдә Учалы район Советы депутаттары 2019 йылдың март аҙағында республика етәксеһе Радий Хәбиров тәғәйенләгән Руслан Ғиләжетдиновты район хакимиәте башлығы вазифаһына раҫланы.

Ғиләжетдиновтың кандидатураһы өсөн 13 депутат тауыш бирҙе, өсәүһе баш тартты. Һайланып ҡуйылған хакимиәт башлығы менән килешеүгә район Советы рәйесе Хөснөтдин Хәсәнов ҡул ҡуйҙы.

Белешмә

Руслан Ғиләжетдинов 1974 йылдың 14 февралендә Учалы ауылында тыуған. 2000 йылда — Башҡорт дәүләт аграр университетын, 2005 йылда Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған.

1994-1996 йылдарҙа Рәсәй армияһы сафында хеҙмәт иткәс, хеҙмәт юлын «Башкирнефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Учалы филиалында производство контроле инженеры булып башлай, артабан ошо уҡ предприятиела баш инженер (2000-2010). 2010-2011 йылдарҙа «Башкирнефтепродукт» йәмғиәтенең Белорет филиалында баш инженер булып эшләй. 2011 йылдан Учалы районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары вазифаһын биләй. Сәнәғәт төҙөлөшө, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, торлаҡ сәйәсәте, граждандар оборонаһы, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү, уларҙан һаҡлау мәсьәләләре өсөн яуаплы була.

Өйләнгән, ике балаһы бар.

http://www.bashinform.ru/news/1302049-ruslan-gilyazetdinov-utverzhden-na-dolzhnost-glavy-uchalinskogo-rayona-bashkirii/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть