Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.78 ↑

EUR 73.97 ↓

21 август, Шаршамбы

Уфа   °

Радий Хәбиров: Беҙ сүп-сарҙы айырым йыйыуға ынтылырға тейешбеҙ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 25 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарын, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәрен, күп фатирлы йорт советтары етәкселәрен халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барырға һәм республикала йәшәүселәрҙе сүп-сарҙы айырым йыйыуға өйрәтә башларға саҡырҙы. Республиканың ҡайһы бер ҡалаларында ПЭТ-тара, ҡағыҙ йыйыуҙың ыңғай миҫалдары бар.

«Был – беҙҙең киләсәгебеҙ, уны бөгөн үк хәстәрләү зарур. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына ошо теманы пропагандаларға, мәктәп программаларына индерергә кәрәк. Беҙ шулай уҡ сүп-сарҙы айырым йыйыуҙың логистикаһын уйларға тейешбеҙ. Быға яй ғына аҙымдар менән күсә башларбыҙ, башҡа төбәктәрҙән артта ҡалмаҫбыҙ, унан да бигерәк беҙ ошо йәһәттән һөҙөмтәлерәк эшләйбеҙ, тигән бурыс ҡуям», — тине төбәк етәксеһе кисә «Торатау» конгрес-холында уҙған «Йорт идарасыһы» республика форумының пленар ултырышында.

Уның фекеренсә, төбәк операторҙары ла табыш килтергән бизнес менән шөғөлләнеүҙәрен, сүп-сарҙың төшөмлө икәнен аңлар.

Форумда ҡатнашыусылар Башҡортостан етәксеһенән Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына йорт яны биләмәһен межалау һәм кадастр иҫәбенә ҡуйыу, артабан уларҙы «Башҡортостан ихаталары» программаһы сиктәрендә йәшәүселәрҙең милкенә тапшырыу мәсьәләһен ҡарарға тигән йөкләмә биреүен һораны. Радий Хәбиров был тәҡдимде хуплауын белдерҙе.

Республика етәксеһенә күп фатирлы йорттарҙың техник документацияһы депозитарийын булдырыу тәҡдиме лә ҡыҙыҡлы тойолдо.

Радий Хәбиров шулай уҡ профилле министрлыҡҡа йорт идарасылары өсөн курстар үткәреү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.

«Йорт идарасыһы» республика форумында ҡатнашыусыларҙа идара итеүсе компанияларҙың ресурстарҙы һаҡлаусы предприятиелар алдындағы бурысы етди борсолоу тыуҙыра. Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, был - бик мөһим мәсьәлә. Идара итеүсе компанияларҙың бурысы республика үҫешен тотҡарлай. Шул арҡала ҙур монополиялар инвестиция программаларын туҡтата башлай. Башҡортостанда халыҡтан түләүҙәр йыйыу бик юғары кимәлдә, ләкин был аҡса йылылыҡ, ут, һыу менән тәьмин итеүселәргә тулы күләмдә барып етмәй.

«Йыш ҡына берҙән-бер мөмкин булған механизм – административ тәьҫир, мәжбүр итеү, шул иҫәптән мутлыҡ факттары буйынса енәйәт эштәре ҡуҙғатыу», — тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан етәксеһе «Йорт идарасыһы» форумында яңғыраған бөтә тәҡдимдәрҙең ентекле тикшереләсәген һәм шунан һуң уның республика министрлыҡтары, ведомстволары өсөн эштәр исемлеге төҙөләсәген билдәләне.

http://www.bashinform.ru/news/1302021-radiy-khabirov-my-dolzhny-stremitsya-k-razdelnomu-sboru-musora/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть