Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.78 ↑

EUR 73.97 ↓

21 август, Шаршамбы

Уфа   °

Өфөлә легендар диктор Әхәт Мортазин иҫтәлегенә волейбол турниры бара

Спорт

ӨФӨ, 2019 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин исемендәге кубокка волейбол турниры бара. Турнир Башҡортостан радиоһының легендар дикторына арналған. Ярышта алты команда ҡатнаша.

Өфө урман хужалығы техникумында сараны асыу тантанаһында дикторҙың тормош иптәше Тәнзилә Үлмәҫбаева, уның ҡыҙы Гүзәлиә, «Башҡортостан» ТРК ДУП-һы директоры Рөстәм Зәрәфетдинов, Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе Артур Дәүләтбәков һәм техникум директоры Хәлит Сөләймәнов ҡатнашты.

Әхәт Мортазин бер йыл элек донъя ҡуйҙы. Уны «Башҡортостандың алтын тауышы» тип йөрөттөләр. Тыңлаусылар уны яңылыҡтар, репортаждар аша белде, ул байрамдарҙан һәм хөкүмәт сараларынан тура трансляциялар алып барҙы.

«Иҫән сағында Әхәт Мортазин «Юлдаш» радиоһының йыл һайын үткәрелгән волейбол кубогында ҡатнаша торғайны. Хәҙер турнир уның исемен йөрөтә, ә уның улы Салуат беҙҙең командала уйнай», — тип һөйләне «Юлдаш» радиоһының йыйылма командаһы капитаны Йәмил Ишмөхәмәтов.

http://www.bashinform.ru/news/1301920-v-ufe-prokhodit-voleybolnyy-turnir-pamyati-legendarnogo-diktora-akhata-murtazina/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть