Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.60

EUR 72.62

25 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Юл-транспорт ваҡиғаһы урынын ҡалдырып киткән өсөн язаны көсәйтеү тураһында законға ҡул ҡуйылды

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Рәсәй Президенты Владимир Путин юл-транспорт ваҡиғаһы урынынан ҡасҡан водителдәрҙең енәйәт яуаплылығын көсәйтеү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Әгәр аварияла кешеләр зыян күрһә, ҡасҡан водителгә 3 йылға тиклем мәжбүри эштәр тәғәйенләнә йәки ул 4 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителә. Кешенең ғүмере өҙөлһә, уның  2-7 йылға иректән мәхрүм ителеүе мөмкин. Һәләк булыусылар икәүҙән күберәк икән, 4-9 йылға тиклем иректән мәхрүм ителеү янай.

Быға тиклем авария урынынан ҡасҡан өсөн 1-1,5 йылға водитель танытмаһын тартып алыу йәки 15 тәүлеккә тиклем административ ҡулға алыу ҡаралғайны.

Элегерәк Дәүләт Думаһына иҫерек килеш үлемесле юл фажиғәләренә килтергән өсөн 15 йылға тиклем иректән мәхрүм итеү тураһында закон проекты индерелде. Документ авторҙары бындай аварияларҙы аңлы рәүештә кеше үлтереүгә тиңләргә тәҡдим итте. Ҡәтғи сара иҫерек водителдәр ғәйебе менән юл-транспорт һәләкәте ҡорбандарын кәметер тип көтөлә.

http://www.bashinform.ru/news/1301828-podpisan-zakon-ob-uzhestochenii-nakazaniya-za-ostavlenie-mesta-dtp/

                    

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть