Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 66.78 ↑

EUR 73.97 ↓

21 август, Шаршамбы

Уфа   °

Радий Хәбиров: Беҙ республика ҡалаларын гөл-баҡсаға әйләндерә алабыҙ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Азат Ғиззәтуллин/.

Ҡалаларыбыҙ таҙа булырға тейеш, уларҙы сүп-сарҙан һәм иҫке-моҫҡонан арындырырға кәрәк, туҙан булмаһын, был — муниципалитеттар һәм коммуналь хеҙмәттәр алдында торған бурыстарҙың береһе. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров «Йорт идарасыһы» республика форумында ошо турала һөйләне.

Уның һүҙҙәренсә, газондарҙа һәм балалар майҙансыҡтарында парковка өсөн штрафтар индергән закондың тәүге һөҙөмтәләре күренә.

«Ҡала буйлап йөрөгәндә газондарҙа торған машиналарҙың аҙайыуын күрәм. Закон эшләй, күрәһең», — тине республика етәксеһе.

Республиканың тораҡ пункттарында уңайлы шарттар булдырыу өсөн подъездарҙы ремонтлау, ихаталарҙы төҙөкләндереү, урамдарҙы яҡтыртыу буйынса программалар ҡабул ителде һәм эшләй башланы, тип билдәләне Радий Хәбиров. Республикала һәр төрлө власть, шул иҫәптән муниципаль, халыҡ менән кәңәшләшеп кенә ҡарар ҡабул итергә һәм эшмәкәрлеген бойомға ашырырға тейеш. Ҡала һәм райондарҙың хакимиәт башлыҡтарына халыҡтың төрлө төркөмдәренең мәнфәғәттәре араһында тигеҙлек табырға кәрәк.

«Халыҡ беҙҙе перәниктәр менән көтөп тормай, әлбиттә. Улар менән һөйләшеү, уларҙың нимә теләгәнен аңлау зарур. Һәммәбеҙгә лә күршеләрҙән өйрәнергә, уларҙың ҡыҙыҡлы идеяларын отоп алырға, сит ил тәжрибәһен үҙләштерергә, ләкин һәр ваҡыт планканы юғарыраҡ ҡуйырға кәрәк», — тине Башҡортостан етәксеһе.

Радий Хәбиров инженер селтәрҙәре һәм коммуникацияларының ҡатмарлы хәлдә булыуына иғтибарын йүнәлтте. Ләкин, уның фекеренсә, беҙ республика ҡалаларын гөл-баҡсаға әйләндерә алабыҙ.

«Уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле, улар күркәмерәк, йәшәүе уңайлыраҡ булһын өсөн көс һалырға ғына кәрәк. Республика аҡсалата ярҙам итер», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Ағымдағы йылдың февраль-март айҙарында Башҡортостандың барлыҡ муниципалитеттарында 100-ҙән ашыу «Йорт идарасыһы» муниципаль форумы уҙғарылды. Халыҡ менән осрашыуҙарҙа ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары биләмәләрҙе үҫтереү пландары, ихаталарҙы төҙөкләндереү һәм подъездарҙы ремонтлау программалары, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһы тураһында һөйләне. Муниципаль форумдарҙа Башҡортостандың күп фатирлы йорттары советтарының республика форумына делегаттар һайланды.

Пленар ултырыштан тыш, бөгөнгө форумда ҡатнашыусылар секцияларҙа күп фатирлы йортто тәртиптә тотоу, капиталь ремонт, тарифтарҙы көйләү, уңайлы ҡала мөхите мәсьәләләрен тикшерә.

http://www.bashinform.ru/news/1301754-radiy-khabirov-my-mozhem-sdelat-goroda-respubliki-gorodami-sadami/

                          

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть