Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.49 ↑

EUR 71.83 ↑

24 май, Йома

Уфа   °

Рәсәй компанияһы Стәрлетамаҡта онкология үҙәген төҙөүгә 1 миллиард һум аҡса һала

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Сочиҙағы Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан Хөкүмәте менән «МедИнвестГрупп» компаниялар төркөмө араһында ҡул ҡуйылған килешеүгә ярашлы, 2020 йылда Стәрлетамаҡта ядро медицинаһы үҙәге асылырға тейеш. Инвестор республиканың онкология хеҙмәте үҫешенә 1 миллиард һум һала.

Проект Стәрлетамаҡ дауаханаһы биләмәһендә онкология ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау үҙәген булдырыуҙы күҙ уңында тота. Ул позитрон-эмиссиялы компьютер томографы (ПЭТ-КТ), нур терапияһы өсөн ике һыҙыҡлы тиҙләткес һәм бергә тоташҡан ҡорамал менән йыһазландырыла. Бынан тыш, проектта шешкә ҡаршы дарыу терапияһы стационарын ойоштороу ҙа ҡаралған.

«Проектты тормошҡа ашырыу республиканың көньяғында яман шеш менән сирләгән пациенттарға нур диагностикаһын үтеү, нур терапияһын алыу мөмкинлеген күпкә арттырырға тейеш», — тип белдерҙеләр Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында.

«МедИнвестГрупп» компаниялар төркөмө «ПЭТ-технолоджи» федераль медицина үҙәктәре (2014 йылдан Өфөлә лә шундай эшләй), «К+31» клиникалары селтәрен үҫтерә, радиофармпрепараттар етештерә.

http://www.bashinform.ru/news/1301795-rossiyskaya-kompaniya-investiruet-v-sozdanie-onkotsentra-v-sterlitamake-1-mlrd-rubley/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть