Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.60

EUR 72.62

25 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә яҙыусы Илгиз Кәримов иҫтәлегенә «Йәләлетдин атай» спектакле күрһәтелде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә яҙыусы һәм тәржемәсе, Мостай Кәримдең улы Илгиз Кәримовтың Хәтер кисәһе уҙҙы. Ул 40 көн элек, 14 мартта, 77 йәшендә донъя ҡуйҙы. Илгиз Кәримовтың әҙәби эшмәкәрлеге атаһының ижады менән тығыҙ бәйле булды, тап уның тәржемәләре аша илдең төрлө халыҡтары башҡорт әҙәбиәте классигы Мостай Кәримдең әҫәрҙәре менән танышты.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм уның хәләл ефете, һеңлеһе Әлфиә Кәримова, Мостай Кәрим исемендәге фондты ойоштороусы Тимербулат Кәримов, коллегалары, дуҫтары һәм яҡындары килде, шулай уҡ балалар һәм студенттар йыйылды.

Был көндө Мостай Кәримдең «Йәләлетдин атай» китабы буйынса спектакль күрһәтелде. Инсценировка авторы — Илгиз Кәримов. Спектакль башланыр алдынан Илгиз Мостафа улын һәм кисә арабыҙҙан киткән Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевты бер минутлыҡ менән иҫкә алдылар. Илгиз Мостафа улы менән аралашҡандар, уның менән бергә ижад иткәндәр яҙыусы тураһында үҙҙәренең хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Режиссер Мәсәлим Күлбаев Илгиз Кәримов менән үҙен кеше һәм ижади мөнәсәбәттәр бәйләүе, уртаҡ, хәҙер инде бойомға ашмаҫ пландары булыуы хаҡында һөйләне. Ул Илгиз Мостафа улының әлеге көндә театрҙа барған «Ауыл адвокаттары», «Йәләлетдин атай», «Тылсымлы тирмән», «Оҙон-оҙаҡ бала-саҡ» спектаклдәренең әҙәби нигеҙе өҫтөндә эшләүен билдәләне.

«Илгиз бик тыйнаҡ, интеллигентлы кеше ине. Ул үҙенең һәм дуҫтарының кескәй генә шатлыҡтарына, уңыштарына, ижадына һөйөнә белде. Беҙ «Йәләлетдин атай» китабын нәшер иттек, ағайымдың вафатына ете көн үткәс, йыйынтыҡтың исем туйы уҙҙы. Хәҙер, йәне беҙҙең менән бергә саҡта, уның яратҡан спектаклен күрһәтәбеҙ», — тине Әлфиә Мостай ҡыҙы Кәримова.

Әлфиә Мостай ҡыҙы ағаһы атаһының ижадын эстән яҡтан белеүен әйтте. Ул рус телле уҡыусыны Мостай Кәримдең төп китаптары менән таныштырҙы. Уларға бөтә йөрәген бирҙе, рус һәм башҡорт телдәрен яҡшы белде.

«Беҙ уның менән тиҫтерҙәр инек, икебеҙ ҙә Бөйөк Ватан һуғышы һалдаттарының улы, икебеҙ ҙә яҙмыш ҡушыуы буйынса ғүмерлеккә әҙәби фронтҡа саҡырылдыҡ. Ул һалдат кеүек, ҡулына ҡәләм тотоп, башҡорт, Рәсәй һәм совет әҙәбиәтенә хеҙмәт итте. 2011 йылда Илгиз менән атаһының тыуған төйәге Шишмә районында Башҡорт әҙәбиәте көндәрен уҙғарыуҙа ҡатнаштыҡ, ауыл мәктәптәренә, Мәҙәниәт йортона барҙыҡ. Шул саҡта мин уға бағышлап шиғыр яҙҙым, ләкин бер ҡасан да уҡырға тура килмәне», — тине Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай һәм ошо хәтерҙә һаҡланырлыҡ көндә шиғри арнауҙы уҡып ишеттерҙе.

Хәтер кисәһе Илгиз Кәримовтың фотоларынан ролик күрһәтеү менән тамамланды.

http://www.bashinform.ru/news/1301604-v-ufe-v-pamyat-o-pisatele-ilgize-karimove-vozrodili-spektakl-batya-yalaletdin/

            

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть