Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 64.41 ↓

EUR 71.84 ↑

23 май, Кесе йома

Уфа   °

Радий Хәбиров Еңеү көнөн байрам итеү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2019 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров 2019 йылда Еңеү көнөн байрам итеү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Документ менән республикала 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 74 йыллығына арналған тантаналарҙы әҙерләү һәм уҙғарыу планы раҫланған.

Байрам саралары иҫәбендә — 8 майҙа «Башҡортостан» дәүләт концерт залында концерт, 9 майҙа Еңеү паркының мемориаль комплексында сәскә һалыу.

Район хакимиәттәренә шулай уҡ һәйкәлдәргә, обелисктарға сәскә һалыу тантанаһын, «Үлемһеҙ полк» ойошторорға, фронтовиктарҙы, тыл хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләү һәм Еңеү көнөнә бағышланған төрлө мәҙәни саралар уҙғарырға тәҡдим ителгән.

http://www.bashinform.ru/news/1301578-radiy-khabirov-podpisal-rasporyazhenie-o-prazdnovanii-dnya-pobedy/

Теги: Еңеү көнө
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть