Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.60

EUR 72.62

25 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Миллион өсөн биш йыл: республикала эш өсөн түләү алырға тейешле табиптар билдәләнде

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Башҡортостанда 2019 йылдан дәүләт медицина ойошмаларына эшкә килгән табиптарға дәүләт ярҙамын тапшырыу тәртибе һәм шарттары раҫланды.

Республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған ҡарарға ярашлы, Башҡортостан дауаханалары «Акушерлыҡ һәм гинекология», «Анестезиология һәм реаниматология», «Неонатология», «Онкология», «Рентгенэндоваскуляр диагностикалау һәм дауалау», «Йөрәк-ҡан тамырҙары хирургияһы», «Урология» һәм «Кардиология» һөнәрҙәре буйынса юғары квалификациялы кадрҙарға мохтаж.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ихтыяж тураһында ғаризалар нигеҙендә медицина хеҙмәткәрҙәренең вакантлы вазифалары реестрын төҙөй. Ошо урындарҙы биләгән осраҡта, бер тапҡыр аҡсалата компенсация түләнә.

Түләүҙең суммаһы — бер миллион һум. Табип ошо медицина учреждениеһында кәмендә биш йыл эшләргә тейеш.

Башҡортостанда табиптарға ҡытлыҡ 1150 кеше тәшкил итә. Йәш белгестәрҙе ауыл дауаханаларына йәлеп итеү өсөн уларға хеҙмәт хаҡын арттыралар, өҫтәмә түләүҙәр индерәләр, торлаҡ бирәләр.

Былтыр 127 табип һәм 116 урта медицина хеҙмәткәре — торлаҡ, 22 табип һәм 10 медицина хеҙмәткәре өй һалыу өсөн ер участкаһы алған. 17 табипҡа — социаль найм буйынса фатир, 49-ына эш урынынан торлаҡ бүленгән, 48-енә медицина ойошмаһы ҡуртымға торлаҡ алған, 13-өнә ятаҡ бирелгән.

Башҡортостанда медицинала кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү өсөн «Ауыл табибы» программаһы ла эшләй. Быйыл «Ауыл табибы» программаһы сиктәрендә 99 табип һәм 10 фельдшер ауыл еренә эшкә ҡайта. Фельдшер-акушерлыҡ пункттарына килгән 55 фельдшерға «Ауыл табибы» программаһы буйынса бер тапҡыр пособие түләнә.

http://www.bashinform.ru/news/1301588-pyat-let-za-million-v-bashkirii-opredelili-vrachey-kotorye-poluchat-vyplatu-za-rabotu/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть