Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 65.60

EUR 72.62

25 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан һәм Ростех һанлы үҫеш өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

Иҡтисад

ӨФӨ, 2019 йыл, 24 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостан һәм Ростех һанлы үҫеш өлкәһендә хеҙмәттәшлек хаҡында килешеү төҙөнө. Республика Йортонда Башҡортостан Хөкүмәте, «РТ-Проект технологиялары» акционерҙар йәмғиәте һәм «Инновация-ҡулланыу үҙәге» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте араһында тейешле килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документҡа республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм компанияның директорҙар советы рәйесе, дәүләт корпорацияһының генераль директоры урынбаҫары Александр Назаров ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр иттеләр республика етәксеһенең матбуғат хеҙмәтендә.

Килешеү республиканың 2030 йылға тиклемге Социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһы, «Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады» милли программаһы, «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты, «Башҡортостан Республикаһында мәғлүмәт йәмғиәтен үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә берлектәге эште күҙҙә тота.

«Ошо килешеүгә ҡул ҡуйып, беҙ мөнәсәбәттәребеҙгә яңы этәргес бирәбеҙ, –тине Радий Хәбиров. – Бергәләп үҫешеү өсөн мөмкинлектәр күп».

«Республика менән сәнәғәт, инновация ҡарарҙары өлкәһендә конструктив бәйләнештәр булдырылған. Корпорация, үҙенең девизына тоғро ҡалып, «үҫештә партнёр» булып тора, –  тип билдәләне Александр Назаров. –  «РТ-Проект технологиялары» – берлектәге предприятиелар булдырыу өсөн үҙәк ул. Маҡсатыбыҙ – алдынғы ҡарарҙарҙы төбәктәргә еткереү. Башҡортостанда ҡыҙыҡһыныу тоябыҙ һәм ошо проекттарҙы тормошҡа ашырыу мөмкинлеген күрәбеҙ. Конструктив партнёрлыҡта һәм республика халҡы файҙаһына проекттарыбыҙҙы бергәләп бойомға ашырырбыҙ, был Рәсәй төбәктәре лидерҙарҙың береһе булараҡ Башҡортостандың позицияһын йәнә нығытыр».

http://www.bashinform.ru/news/1301574-bashkiriya-i-rostekh-budut-sotrudnichat-v-oblasti-tsifrovogo-razvitiya/

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть